Бүздәк районы егете, “Шах” позывнойлы яугир илдә өлөшләтә мобилизация башланғас та хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан арала уның менән Бүздәк ауыл Советы башлығы Марат Хөснуллин осрашып, хәрби көнкүреш, һалдаттарҙың кәйефе һәм еңеүгә ышанысы тураһында фекер алышты, тип яҙа “Буздякские новости” гәзите. Яугир Рәсәй Оборона министрлығы наградалары –“Хәрби батырлыҡ өсөн” һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға” миҙалдары менән бүләкләнгән. Марат Рим улы һалдатҡа әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт белдереп, район башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Яугирҙең әсәһе Рузилә Ғәли ҡыҙы ла улы хеҙмәт иткән часть командирынан Рәхмәт хаты алып, ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ тойғолары кисерҙе. – Беҙҙең Бүздәк еренең лайыҡлы улдар тәрбиәләүенә тағы бер тапҡыр инандым, – тип билдәләне Марат Хөснуллин.– Ҡурҡыу белмәҫ илһөйәрҙәр, батыр улдар тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәләргә һоҡланам һәм рәхмәт әйтәм.Егеттәр алдарына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй. Беҙ уларҙың һәр береһе өсөн борсолабыҙ