Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфө кампусы – ул кешеләрҙең йәшәү рәүеше

Өфөләге вуз-ара кампусҡа Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының лабораториялары урынлаша башланы. 2 февралдә асылған Өфө кампусының беренсе сиратында Башҡортостан дәүләт медицина университетының тикшеренеү проекттары: Фарм-Үҙәк, Биоинженерия үҙәге һәм «Киләсәк медицинаһы» проекты лабораториялары урын ала. Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор Валентин Павлов юғары уҡыу йорттары, республика һәм ил өсөн вуз-ара кампустың ниндәй мөмкинлектәр асыуы хаҡында һөйләне. - Һеҙҙеңсә, яңы кампус Рәсәй һәм республика фәненең ниндәй көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙе күҙ уңында тота? - Кампус проекты хәл итәһе төп проблема – кешелек капиталын үҫтереү. Бөгөн кампус ҡына түгел, заманса ятаҡтар ҙа төҙөлә, фәнни проекттар булдырыла һәм кешеләр үҫешә. Өфө кампусы – биналар һәм ҡоролмалар йыйылмаһы ғына түгел, ул күпкә киңерәк төшөнсәләрҙе берләштерә: ул - кешеләрҙең йәшәү рәүеше, уй-фекерҙәре. Кешелек кешене үҫтереүҙең төп ҡиммәт булыуын аңлай бара. Кампус Өфө ҡалаһы үҙәгендә интеллектуаль үҙәк булдырыу мөмкинлеге бирә. - Өфөлә ошондай кампус булдырыу идеяһы хаҡында белгәс, һеҙҙе ниндәй хис-тойғолар солғап алды? - Кампус, тәү сиратта, республика юғары уҡыу йорттарын алдынғы фәнгә йәлеп итеү яҡлы. Күп йылдар дауамында беҙ иҡтисадты кадрҙар менән тәьмин итеүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуйҙыҡ, ә яңы белем етештереү тураһында уйламаныҡ. Бөгөн яңы белем алырға әҙер булған йәштәрҙе матди һәм интеллектуаль мөхит менән тәьмин итеү өсөн уникаль мөмкинлегебеҙ бар. XXI быуатта ла, артабан да алдынғы фәнни белемгә ынтылған йәмғиәт, ил еңеүсе буласаҡ. Кампусҡа проекттар һайлап алыу буйынса алып барылған ҙур эш ғилми кадрҙар әҙерләүҙә, республика һәм ил өсөн сәнәғәттең, производствоның, халыҡ хужалығының яңы тармаҡтарын булдырыуҙа үҙенең һөҙөмтәләрен күрһәтәсәк. - Өфө кампусы – Рәсәйҙә һәм донъяла тәүге ошондай үҙәк түгел. Әммә проект илһамландыра. Һеҙҙеңсә, беҙҙең кампустың үҙенсәлеге нимәлә? - Проект шуныһы менән үҙенсәлекле: ул өс ҡеүәтле вузға таяна. Улар илдең иҡтисады һәм фәне өсөн күп эш башҡара, республикалағы сәйәсәткә йоғонто яһай. Беҙҙең кампустың үҙенсәлекле булыуы күп нәмәлә сағыла: архитектура, урыны йәһәтенән дә, шулай ҙа иң мөһиме – кешеләр. Бөгөн үк беҙ бығаса республика вуздарында бер ҡасан да булмаған лабораторияларҙы күрәбеҙ. - Кампустың эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре нимәләрҙә сағыласаҡ? - Минең шундай хыялым бар һәм ул тормошҡа ашыр тип ышанам: 10-15 йылдан Өфө кампусының үҙенең Нобель премияһы лауреаттары буласаҡ. Бөгөн беҙҙең вуздарға уҡырға инеп, яңы кампуста уҡыясаҡ студенттар араһынан кәм тигәндә 20 кеше ошо юғары премияға лайыҡ булыр, тип уйлайым. Белешмә өсөн: Кампус төҙөлөшө РФ Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығының “Фән һәм университеттар” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла. Өфө кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-фәнни комплексы, лабораториялары, эшлекле биләмәләре, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мүхитеобъекттары булған студенттар киңлеге. Улар менән Өфө халҡы ла, баш ҡала ҡунаҡтары ла файҙалана ала. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru