Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мортаза Рәхимовты ҙурлап

Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына бөгөн - 90 йыл. Ошо уңайҙан бөгөн ул йәшәгән йорттарҙа мемориаль таҡтаташ асылды. Тәүҙә саралар Энгельс урамындағы йорт эргәһендә барҙы. Тантанала республика Президенты йылы хәтирәләр менән иҫкә алынды. 20 йыл Башҡортостанға етәкселек иткән осорҙа төбәгебеҙҙә байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Яҡташтары уның тырышлығын, хеҙмәтен онотмай. Былтыр 11 ғинуарҙа Мортаза Ғөбәйҙулла улы вафат булһа, 13 февралдә республика Башлығы Радий Хәбиров “Мортаза Рәхимовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү“ тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Таҡтаташ асыу тантанаһына йыйылыусыларҙы Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев тәбрикләп, Мортаза Рәхимовтың ҡала һәм ауылдар үҫешенә ни тиклем ҙур өлөш индереүен билдәләне: -Бөгөн Өфө ҡалаһының матур, төҙөк булыуы өсөн дә беҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улына рәхмәтлебеҙ. Уның тырышлығы менән ҙур проекттар тормошҡа ашырылды. Ул һәр ваҡыт алға ҡарап, киләсәкте хәстәрләп йәшәне. Мортаза Рәхимов һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә булыр, уның тураһында балаларыбыҙға һөйләрбеҙ. Был таҡтаташ иһә уның ошо йортта йәшәгәнлеге тураһында иҫкә төшөрөп торор. Тормоштоң ҡәҙерен беләйек һәм республикабыҙ өсөн хеҙмәт иткән шәхестәребеҙҙе онотмайыҡ, - тине үҙенең сығышында. Башҡа сығыш яһаусылар тарафынан да бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Тантанаға килеүселәр таҡташ алдына сәскәләр һалды. Ошондай уҡ таҡтаташ 1 Май урамындағы йортҡа ла эленде. Бындағы сараға ла байтаҡ халыҡ йыйылды, йәштәрҙең күп булыуы ла күҙгә салынды. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников үҙенең сығышында Мортаза Рәхимов етәкселек иткән йылдарҙа республика үҫешенә индерелгән өлөш тураһында һөйләне, тарихыбыҙҙы хөрмәт итергә һәм ҡәҙерләргә өндәне. Автор фотолары.