Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бының өсөн район хакимиәтенә мөрәжәғәт итегеҙ

Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыуы өсөн төркөмдән пост: Миәкә районының төҙөлөш компанияһы һәм эшҡыуар Салауат Хәлимовтың тарихы 1993 йылда ҙур булмаған төҙөлөш кибетенән башлана. Утыҙ йыллыҡ эшмәкәрлек осоронда ул сауҙа комплекстары, майҙаны бер мең ярым квадрат метр булған шәхси йорттар төҙөй, төҙөлөш базаһы булдыра. 2017 йылда эшҡыуар Миәкә район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә һәм ярҙам ала – уға ҡуртымға ер биләмәһе алырға ярҙам итәләр. Бөгөн Миәкә төҙөлөш компанияһы – тиҙ үҫә барған һәм 14 кеше эшләгән предприятие. Ул етештергән 20-нән ашыу төр металл продукцияһы ҙур һорау менән файҙалана. Эшҡыуарҙың яҡындағы пландарында келәт комплексы төҙөү, етештерелгән продукция төрҙәрен киңәйтеү бар. Бының өсөн ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә уйлай. Консультация һәм бизнес-идеяға ярҙам һорау өсөн Миәкә район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” аҙна һайын үткәрелә. Ғаризаны Башҡортостан Республикаһының рәсми инвестиция порталы аша ебәрергә була: https//investrb.ru. Ихтирам менән, Миәкә районының бизнес-шәрифе Зиннур Зыяҡаев, телефон:89273283789. Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.