"Әсәй, мине ҡайҙан алдығыҙ?" - тип һорарға ярата балалар. Быға яуаптар күп: “кәбеҫтә араһынан табып алдыҡ”, “сәңгелдәгең һыуҙан ағып бара ине”, “дауахананан”, “магазиндан һатып алдыҡ”. Ә бына Белорет районының Йәндек ауылынан бер ғаилә яңы тыуған бәпестәренә яуап әҙерләп ҡуйғандыр: “көрттән табып алдыҡ!” Бөгөн иртән Белорет районы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетына ярҙам һорап бер ҡатын мөрәжәғәт итә. Ауырлы ҡатын тулғаҡ тота башлағас, балалар табыу йортона автомобилдә үҙе барып етергә була. Үҙе менән дүрт йәшлек улын да ала. Әммә оло юлға сыға алмай. Төнө буйы яуған ҡар арҡаһында юл ябыла, ҡатын бәләкәс балаһы менән тотҡонда тороп ҡала. Ҡотҡарыусылар тиҙ арала килеп етә. Ҡатынды балалар табыу йортона оҙаталар, дүрт йәшлек малайҙы өләсәһе үҙ ҡарамағына ала. Киләһе көндәрҙә республика юлдарында буран көтөлә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре алыҫ юлға сыҡмайыраҡ торорға саҡыра. Фото: Белорет районы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты.