Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте идаралығында сығыш яһаны. Сара идаралыҡтың 2023 йылғы эш йомғаҡтарына һәм 2024 йылғы бурыстарға арналды. “Росреестр”ҙың республика идаралығы иҫәпкә алыу-теркәү һәм контроль-күҙәтеү эшмәкәрлегендә ил төбәктәре араһында лидер булып тора. Иҫәпләү-теркәү күләме буйынса ул Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән ҡала өсөнсө урынды алды, – тине Радий Хәбиров. - Пространство мәғлүмәттәренең милли системаһы дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу беҙҙең быйылғы мөһим бурыс булып тора. 2023 йылда республика ошо пилот проектында ҡатнашыусылар араһында беренсе урынды яуланы. Бының өсөн рәхмәт һеҙгә. Шулай уҡ Башҡортостан беҙҙең өсөн мөһим булған “Төҙөлөш өсөн ер һәм “Туризм өсөн ер” проекттарында ла ҡатнаша. Республика халҡы дәүләт хеҙмәттәренең йылдан-йыл уңайлыраҡ булыуын һәм тиҙерәк башҡарылыуын билдәләй. Күп функциялы үҙәктәрҙә “Росреестр” линияһы буйынса йылына ике миллиондан ашыу мөрәжәғәт хеҙмәтләндерелә. Был
“Һеҙҙең идаралыҡ ил төбәктәре араһында лидер булып тора”
7 февраля 20247 фев 2024
1 мин