Зилә Аҡбурованың (Маскова) ире һөйләүенсә, 5 февралдә йәш әсә менән сабый Красноусолда йәшәгән туғандарының хәлен белергә киткән һәм өйҙәренә кире әйләнеп ҡайтмаған. – Улар иҫән-һау барып еткән. Зилә баланы апайыма ҡалдырып, таңғы 4-кә тиклем ҡайҙалыр йөрөп ҡайтҡан. Күп тә үтмәй ҡыҙыбыҙҙы алып сығып киткән. Шул ваҡыттан алып уларҙың ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ. Телефоны һүнгән, дуҫтар ҙа, туғандар ҙа улар тураһында бер ни белмәй. Кисә полицияға ғариза яҙҙым. Улар менән бер-бер насар хәл булып ҡуймаһын тип ҡурҡам, сөнки элек Зилә ҡайҙа булыуы тураһында һәр саҡ иҫкәртә торғайны һәм юғалғаны булманы, – тип борсола Айнур Аҡбуров. Ҡауарҙы ауыл советында ғаилә менән яҡшы таныш булыуҙары, әммә әсә менән ҡыҙҙың юғалыуы хаҡында ишетмәүҙәре хаҡында һөйләгәндәр. – Бик яҡшы йәш ғаилә. Уларға бер ҡасан да бер кем дә дәғүә белдермәне. Атаһы эшләй, йорт төҙөй. Барыһы ла яҡшы тамамланыр тип өмөтләнәбеҙ, – тигәндәр. Зилә Аҡбурованың буйы 168 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, ҡара сәсле. Юғалған көндө ҡара йәшел төҫтә мамыҡ куртка, ҡара салбар һәм ботинка кейгән. Бәләкәй Венераның буйы - 70 сантиметр. Сабый сәскәле алһыу курткала, һоро шапкала булған. Әгәр һеҙ йәш әсәнең балаһы менән ҡайҙалығын беләһәгеҙ, 8(800)700-54-52 һандары буйынса “Лиза Алерт” ирекмәндәренә йәки 112 номеры буйынса полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала. Фото: Лиза Алерт Башҡортостан.