Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республикала ҡарҙы таҙартыу буйынса мәсьәлә беренсе урында тора

Быйыл Благовар, Дзержинский, Кольский, Магистраль, Ҡариҙел йылғаһы яр буйы, Рихард Зорге урамдарын, Өфө — Дим автомобиль юлын һәм Өфөләге башҡа юлдарҙы “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә ремонтлау күҙаллана. Барлығы дөйөм оҙонлоғо 29 саҡрым булған 11 участок. Стәрлетамаҡта атап үтелгән милли проект буйынса ете саҡрым самаһы тәшкил иткән 12 юл участкаһында эш алып барыу күҙаллана.Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты сиктәрендә республикала 209 саҡрым юл һәм ете күпер тәртипкә килтерелгән. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт — Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуы тура эфирында алып барылды. Әлеге ваҡытта республикала ҡарҙы таҙартыу буйынса мәсьәлә беренсе урында торһа, яҙ, юлдар ҡарҙан әрселгәс, юлдарҙы ремонтлау буйынса һорауҙар беренсе урынға сығасаҡ, тип белдерҙеләр Республика менән идара итеү үҙәгендә. Фото: скриншот, https://vk.com/video-201146046_456244221?t=31s