Найти тему
Башҡортостан гәзите

Юлдарҙа сикләүҙәр индерелде!

Һауа шарттары насар булыу сәбәпле (көслө ел, буран, күпләп ҡар яуыуы, күреү мөмкинлеге сикле булыы), бөгөн, 7 февралдә, йөк һәм пассажирҙар транспорты хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде: - 11:30 сәғәттән Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлында 0 – 133 километрҙа; - 11:30 сәғәттән Нефтекама – Яңауыл автомобиль юлында 0 – 49 километрҙа; - 11:30 сәғәттән Бәләбәй – Приют автомобиль юлында 2 – 31 километрға тиклем; - 11:30 сәғәттән Аксенов - Аксаков - Бәләбәй автомобиль юлында 0 – 39 километрға тиклем; - 12:00 сәғәттән Үрге Сарабил - Ҡыуандыҡ автомобиль юлында 0 – 104 километрға тиклем. Бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде: - 12:30 сәғәттән Сибай – Аҡъяр автомобиль юлында 0 – 102 километрға тиклем; - 12:30 сәғәттән Юлдыбай – Аҡъяр – Сара автомобиль юлында 25 – 80 километрҙа. Йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде: - 13: 00 сәғәттән Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлында 209 – 268 километрҙа. Сикләүҙәрҙе яҡынса киске 22:00 сәғәткә тиклем дауам итә. Фото: @bash_gibdd