Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Республикабыҙ, милләтебеҙ менән ғорурлана алабыҙ

Көн тәртибендә төбәкте үҫтереүҙең, шулай уҡ йәмәғәт берекмәләре эшенең, уларҙың власть органдары һәм халыҡ менән эш итеүенең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды. Тәүҙә төбәк етәксеһе 2024 йылдың төп ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларын билдәләп үтте. Атап әйткәндә, һүҙ мартта – Рәсәй Президентын, сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлау тураһында бара. Шулай уҡ быйыл Өфөнөң 450 йыллығына һәм Башҡортостандың шағиры һәм милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған юбилей саралары үтәсәк. Туған телде, мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов йәмәғәт берекмәһе эшенең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. Ойошманың эшмәкәрлеге Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында билдәләгән векторҙар парадигмаһында төҙөлдө, тип билдәләне ул. – Беҙ һәр ваҡыт башҡорт мәҙәниәте, халҡыбыҙҙың мәғрифәте принциптарын яҡланыҡ. Туған телдәрҙе үҫтереүгә һәм традицион ҡиммәттәрҙе һаҡл

Көн тәртибендә төбәкте үҫтереүҙең, шулай уҡ йәмәғәт берекмәләре эшенең, уларҙың власть органдары һәм халыҡ менән эш итеүенең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды. Тәүҙә төбәк етәксеһе 2024 йылдың төп ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларын билдәләп үтте. Атап әйткәндә, һүҙ мартта – Рәсәй Президентын, сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлау тураһында бара. Шулай уҡ быйыл Өфөнөң 450 йыллығына һәм Башҡортостандың шағиры һәм милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған юбилей саралары үтәсәк. Туған телде, мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов йәмәғәт берекмәһе эшенең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. Ойошманың эшмәкәрлеге Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында билдәләгән векторҙар парадигмаһында төҙөлдө, тип билдәләне ул. – Беҙ һәр ваҡыт башҡорт мәҙәниәте, халҡыбыҙҙың мәғрифәте принциптарын яҡланыҡ. Туған телдәрҙе үҫтереүгә һәм традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлауға, милли спорт төрҙәренә һәм художестволы халыҡ кәсептәренә ярҙам итеүгә, ауылдарҙы нығытыуға һәм республика брендтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән бик күп проекттарҙы атап үтергә мөмкин, – тине Юлдаш Йосопов. – Республика етәкселеге, шәхсән Радий Фәрит улы Хәбиров тарихи шәхестәр – тыуған республика һәм бөтә ил өсөн күп эштәр башҡарған кешеләр тураһында хәтерҙе һаҡлауға ҙур иғтибар бүлә. Был бик ҙур эшкә 2024 йылда үтәсәк VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. Республика етәксеһе шулай уҡ VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына сифатлы әҙерләнеү кәрәклеген билдәләп үтте. Осрашыуҙа Юлдаш Йосопов Баймаҡтағы хәлдәр тураһында ла һөйләне. – Беҙ радикализм, экстремизм һәм милләтселектең бер формаһын да яҡламайбыҙ, – тине ул. – Был ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе милләтселек кәйефе менән сыҡмағандыр, тип уйлайбыҙ. Беҙҙе ғәйепһеҙ ҡулға алынған кешеләрҙең артабанғы яҙмышы борсой. Радий Хәбиров әүҙемселәрҙең сығыштары һәм халыҡтың экстремизм күренештәре менән риза булмауы йәмғиәтте нығытыуҙа мөһим аҙым булып тора, тип билдәләне. Шулай уҡ ул законды боҙоусы акцияны ойоштороусылар яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ тине. – Был ваҡиғалар башҡорт халҡы үҫешенең яңы биттәрен асты, сөнки хәҙер беҙ һеҙҙең менән бергә шантаж һәм даими провокациялар, төрлө милләтселек идеялары менән манипуляциялау ҡурҡынысы аҫтында йәшәмәйәсәкбеҙ, – тигән фекерҙә Радий Хәбиров. – Акцияға килгәндә, ошо сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандар, ойоштороусылар, халыҡты саҡырыусылар яуапҡа тарттырыла. Мин хоҡуҡ һаҡлау органдарына, судҡа һәм башҡаларға баҫым яһай алмайым. Бынан тыш, Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса советына тап ошо ваҡиғаға ҡағылышлы эшсе төркөм булдырырға ҡуштым. Һүҙ юридик ярҙам, иғтибарлы мөнәсәбәт һәм башҡалар тураһында бара. Урал аръяғы райондарында әүҙем халыҡ йәшәй Баймаҡ районы яҡташтар ойошмаһы вәкиле, “Ҡурай-ТВ” телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева урындағы халыҡ исеменән Башҡортостан Башлығына муниципалитеттың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә иғтибары һәм халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Баймаҡ районының Төркмән ауылындағы эре малда нодуляр дерматит таптылар. Ауырыуҙы артабан таратмау ниәте менән малдарҙы юҡ итергә ҡарар ителде. Радий Хәбиров ауыл халҡына ярҙам итеп, аҡсалата компенсация бүлергә ҡушҡайны. – Урал аръяғы райондарында әүҙем халыҡ йәшәй. Улар республиканың мәҙәни көн тәртибендә ҡатнаша, спорт менән шөғөлләнә. Темәс ауылы халҡы ҡасан яңы бассейн төҙөләсәге һәм киләсәктә Баймаҡ районының социаль өлкәһе нисек үҫешеүе менән ҡыҙыҡһына, – тине Рита Өмөтбаева. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа Урал аръяғы райондарын финанслау байтаҡҡа артҡан. – Бөгөн төбәктең идара итеү командаһының төп бурыстары иҫәбендә – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү һәм республика иҡтисадының тотороҡло эшләүен тәьмин итеү, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта социаль объекттар тураһында ла онотмайбыҙ. Темәстә бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы киләһе йылда ҡулланыуға тапшырыла. Һуңғы биш йылда республика бюджетынан Баймаҡ районын үҫтереүгә - ете, Әбйәлилгә - биш, Хәйбулла районына 4,9 миллиард һум тирәһе аҡса бүленде. Баймаҡ районы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм мәҙәниәт объекттарын сафҡа индереү буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов экстремистик күренештәргә ҡаршы көрәштә Башҡортостан Башлығын хупланы, шулай уҡ кешеләргә республика үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләрен аңлатыуҙың мөһимлеген билдәләне. Урындағы халыҡ республика етәкселегенә намыҫһыҙ ер аҫтын ҡулланыусылар менән көрәшкәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта райондарҙа йыш ҡына теге йәки был темалар буйынса актуаль мәғлүмәт юҡ. Был йәһәттән кешеләр өсөн йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм төрлө өлкәләрҙә компетентлы белгестәр менән осрашыуҙар бик файҙалы булыр ине, тине. Радий Хәбиров бындай осрашыуҙар даими рәүештә үтәсәк тип белдерҙе. – Халыҡты борсоған темаларҙы аңлатырға, улар менән һөйләшергә кәрәк. Кемдәр ауылдарға йөрөй башланы, уларға ҙур рәхмәт. Мәҫәлән, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы вәкилдәре ошондай башланғыс күрһәтте. Беҙ ошо йүнәлештәге сәфәрҙәрҙе ойоштороуҙы үҙ өҫтөбөҙгә алырға һөйләштек, – тине Радий Хәбиров. Осрашыуҙа мөһим һорауҙар яңғыраны Журналист Морат Лоҡманов "Әр-Рәхим" мәсетенең ҡасан төҙөлөп бөтөүе тураһында һорау бирҙе. Белгестәр бинаны тикшерҙе, быйыл төҙөүселәр объектта эштәрҙе тергеҙәсәк, тине төбәк етәксеһе. – Мәсетте төҙөп бөтөүҙә төп мәсьәлә финанслауға ҡайтып ҡала ине. Беҙ әлегә 250 миллион һум аҡса таптыҡ, ә дөйөм алғанда быйыл ошо маҡсаттарға 700 миллион һум йүнәлтеләсәк. Киләһе йылда – тағы бер миллиард һум. Мәсетте мотлаҡ төҙөп бөтәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Республиканың Милли архивы бүлеге начальнигы Азат Ярмуллин Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Ватан өсөн һуғышҡан башҡорт полктары яугирҙәренең хәтерен мәңгеләштерергә тәҡдим итте. Һүҙ подразделениелар ойошторолған урындарҙа стелалар ҡуйыу тураһында бара. Радий Хәбиров Өфө биләмәһендә берҙәм мемориаль комплекс ҡуйыу дөрөҫөрәк буласағын билдәләне. Был объектҡа килеүселәрҙең күп булыуына ла булышлыҡ итәсәк. Азат Ярмуллиндан Өфөлә Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға пландар тураһында тағы бер һорау яңғыраны. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Сосланбәк Тавасиев эшләгән һәйкәл ысын мәғәнәһендә мәҙәни шедевр һәм уны мотлаҡ тәртипкә килтерергә кәрәк. План буйынса ошо эштәр 2024 йылдың аҙағында, 2025 йылдың башында башланасаҡ, тине ул. Проектты тормошҡа ашырыу бер йылдан ашыу ваҡытты алыуы мөмкин. Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев “Өфө-2 ҡаласығы” археологик ҡомартҡыһын һаҡлау перспективалары менән ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров һөйләүенсә, был объект тирәһендәге хәл һәм уның территорияһында православие ғибәҙәтханаһы төҙөлөүе тураһында имеш-мимештәр халыҡ менән диалогҡа сыҡмау миҫалы булып тора. Был урында ғибәҙәтхана түгел, ә археологик депозитарий төҙөргә ниәтләүҙәре хаҡында белдерҙе. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов республиканың ил төбәктәрендәге башҡорттар берләшмәләренә ҙур ярҙам күрһәтеүен билдәләне. Ул 2017 йылға тиклем ”Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” республика программаһы ғәмәлдә булыуын иҫкә төшөрҙө. Документ башҡорттарҙың рухи үҫешенә, уларҙы туплауға һәм милли мәҙәниәтте һаҡлауға йүнәлтелгән. Рәсил Мөхәмәтйәнов мәҙәни алмашыуҙы әүҙемләштереү, шулай уҡ Башҡортостан райондарының ил төбәктәре ҡоролтайҙарына шефлығын тергеҙергә тәҡдим итте. Республика Башлығы был тәҡдимде хупланы. Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рафаил Яхин башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты буйынса мәктәп дәреслектәренең етешмәүенә иғтибар итте. Республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин төбәктә ошондай дәреслектәр әҙерләнеүе тураһында һөйләне. Федераль исемлеккә индерелгәндән һуң, уларҙы мәктәптәргә ебәрергә мөмкин. Радий Хәбиров был эште тамамларға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә мәсьәләне контролдә тоторға ҡушты. Беренсе этапта факультатив дәрестәр ойоштороу өсөн башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында методик әсбаптар сығарыуҙы ойошторорға мөмкин, тип өҫтәне төбәк етәксеһе. Ағас эшкәртеү өлкәһендә эшҡыуар, “Атайсал” проекты ҡатнашыусыһы Илсур Нәбиуллин Башҡортостан Башлығына бизнесҡа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Урман сәнәғәте эшмәкәре евровагонка, плинтустар етештереү менән шөғөлләнә. Бынан тыш, предприятиела Рәсәй Оборона министрлығы ихтыяждары өсөн снарядтар һәм патрондар өсөн йәшниктәр етештерелә. Илсур Нәбиуллин 2023 йылдың йәйендә Башҡортостанда беренсе урман һабантуйын ойошторғанын һәм унда урман хужалығы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләүҙәре хаҡында һөйләне. Ошо башланғыс республиканың күп райондары өсөн актуаль булып тора, тине ул. Шулай уҡ телевидениела йәш эшҡыуарҙар тураһында реалити-шоу проектын тормошҡа ашырырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров телепроект идеяһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы етәкселеге менән тикшерәсәктәрен белдерҙе. Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларға конструктив диалог өсөн рәхмәт әйтте һәм халыҡ мәнфәғәтенә берлектәге эшмәкәрлеккә саҡырҙы. – Беҙ бик ҡатмарлы үҫеш юлында торабыҙ, сөнки Рәсәй составындағы башҡорт милләте бик ҡурҡыныс дошман менән көрәшә. Шул уҡ ваҡытта оҙаҡ йылдар тупланған һорауҙарҙы хәл итергә, яңы саҡырыуҙарға яуап бирергә тырышабыҙ. Ошо мәлдә бик аҡыллы булыу мөһим. Беҙ был осорҙо лайыҡлы үтәбеҙ һәм республикабыҙ, милләтебеҙ менән ғорурлана алабыҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru