Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа, күренекле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған һәйкәл асыу тантанаһы үтте. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, Татарстандың Рәйесе Рөстәм Миңлеханов, илдең Дәүләт Думаһы, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, Башҡортостандың беренсе Президентының хәләл ефете Луиза Ғәлим ҡыҙы Рәхимова, баш ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтары ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында Мортаза Рәхимовтың Башҡортостан үҫешенә индергән тос өлөшөн билдәләне. – Бөгөн, Мортаза Ғөбәйҙулла улының тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан, ошо һәйкәлде асабыҙ. Был – республика халҡының Башҡортостандың беренсе Президентына рәхмәт һәм хөрмәт күрһәтеүе билдәһе. Мортаза Ғөбәйҙулла улы ябай ғаиләлә тыуған һәм бөтә ғүмерен Башҡортостан Республикаһына һәм уның халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған. Шулай килеп сыҡты, уға илебеҙ тарихында иң ҡатмарлы, ауыр осорҙарҙың береһендә республика менән идара итергә тура килә. Әммә тап уның көсө, тәжрибәһе һәм һөнәри оҫталығы арҡаһында республика ябай булмаған һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. Мортаза Ғөбәйҙулла улы беҙгә көслө иҡтисадлы, үҫешкән социаль инфраструктуралы һәм кешеләрҙең дуҫлыҡҡа, Башҡортостанға ышанған төбәген ҡалдырҙы, – ине Радий Фәрит улы. Ул һәйкәлдең авторы – билдәле скульптор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, башҡорт халҡының улы Салауат Александрович Щербаковҡа айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. – Һәйкәл булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иткәс, беҙ уның Мортаза Ғөбәйҙулла улын юғары дәрәжәле чиновник ҡына түгел, ә иң элек тыуған илен яратҡан кеше итеп күрһәтеүен теләнек. Хис-тойғолар, ҡапма-ҡаршылыҡтар менән тулы кеше. Ә иң мөһиме, үҙ халҡына йән - тән менән хеҙмәт иткән кеше. Һәйкәл идеяһының килеп сығыуы – был осраҡ Мортаза Ғөбәйҙулла улының характерын асыҡ күрһәтә. 2003 йыл булды, һайлау кампанияһы. Уның эргәһенә килеп: “Һеҙҙең агитация материалдары өсөн фотоһүрәтегеҙ юҡ, портрет эшләргә кәрәк”, – тинем. Ул: “Бар, ҡамасаулама, төшмәйем дә”, – тип яуапланы. Шулай ҙа мин уны күндерҙем, ул ризалашты. Беҙ фотографты саҡырҙыҡ һәм төшөрөү өсөн бер сәғәт ваҡыт кәрәклеген билдәләнек. Мортаза Ғөбәйҙулла улы: “Һинең биш минутың бар”, – тине. Беҙ фотограф менән Президенттан пинжәген яурынына һалыуын һораныҡ. Ошондай образ килеп сыҡты ла инде. Ул, минеңсә, бөтә ғүмерен хеҙмәткә бағышлаған кешенең шәхесен бик яҡшы сағылдыра, – тине респубдика етәксеһе. Радий Хәбиров Мортаза Ғөбәйҙулла улының ҡатыны Луиза Ғәдим ҡыҙына мөрәжәғәт итте. “Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән бергә оло юл, күп һынауҙарҙы бергәләп үттегеҙ. Бөгөн дә һеҙ Башҡортостан Республикаһының беренсе Президентының хәләл ефете булараҡ тормошта лайыҡлы бараһығыҙ, тип әйткем килә. Барыбыҙҙан да тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ”, – тине. Ул сараға килгән ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы сәләмләне: Улар – Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедалиевич Магомедов, Татарстан Рәйесе Рөстәм Нурғәли улы Миңлеханов. Уларҙың килеүе республикабыҙға ҡарата ихтирам тойғоһо хаҡында һөйләй. – Мортаза Ғөбәйҙулла улы тураһында онотмаясаҡбыҙ. Уның исемен мәңгеләштереү буйынса ҡабул ителгән бөтә ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Уның менән эшләү беҙҙең өсөн оло хөрмәт ине. Ул сыҙамлы булырға һәм Тыуған илен яратырға өйрәтте. Мортаза Ғөбәйҙулла улы һәр ваҡыт халыҡ хәтерендә һәм беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ., – тине. Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа һәйкәл төҙөү инициативаһы уның маҡсаттары һәм Башҡортостан үҫешендәге ынтылыштарының күсәгилешлелеген күрһәтә тип билдәләне. – Бөгөнгө ваҡиға республика һәм бөтә илебеҙ өсөн бик мөһим. Рәсәй Президенты Владимир Путин Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың Башҡортостан Президенты вазифаһындағы эшмәкәрлеген юғары баһалай. 1990 йылдарҙағы ябай булмаған осорҙа уны заман үҙе һайлаған, тип әйтергә була. Көслө етәксе генә республиканы ышаныслы рәүештә алға алып бара алыр ине. Бөгөн беҙ уның хеҙмәт емештәрен күрәбеҙ. Башҡортостан илдең алдынғы төбәктәренең береһе булып тора, – тине Магомедсалам Магомедов. – Шуныһы мөһим: Радий Фәрит улы етәкселегендәге идара итеү командаһы күсәгилешлекте һаҡлай һәм Башҡортостан биләмәһендә татыулыҡ һәм берҙәмлек булһын өсөн барыһын да эшләй. Татарстан Рәйесе Рөстәм Миңлеханов, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Рәсәйҙең эре дәүләт эшмәкәре булды, тип билдәләне. – Бөгөн беҙ был тантанала ғорурлыҡ менән килдек, – тине Рөстәм Миңлеханов. – Мортаза Рәхимов Башҡортостан күләмендәге дәүләт эшмәкәре генә түгел, ул – Рәсәйҙең эре дәүләт эшмәкәре, өлгө булырлыҡ кеше. Мин уны шәхсән белә инем, күптәр өсөн ул – нисек эшләргә кәрәклеккә өлгө! Башҡортостандың туғандаш халҡына үҫеш һәм уңыштар теләйем. Бында, Өфөлә, ошондай һәйкәл барлыҡҡа килгәне өсөн рәхмәт. Шулай уҡ сарала 1999-2008 йылдарҙа Башҡортостандың Премьер-министры вазифаһында эшләгән Рафаэль Байдәүләтов һәм Мортаза Рәхимов һәйкәленең авторы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков сығыш яһаны. Артабан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, Татарстандың Рәйес Рөстәм Миңлеханов һәм тантананың абруйлы ҡунаҡтары Мортаза Рәхимовтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Скульптура композицияһы баш ҡаланың Киров районындағы Ленин исемендәге парк биләмәһендә ҡуйылды. Майҙансыҡ уртаһында 3,14 метр бейеклектәге Мортаза Рәхимовтың бронза фигураһы урынлашҡан. Уның артында нефть сәнәғәтенә, төҙөлөшкә һәм ауыл хужалығына арналған тематик рельефтар менән мансур гранитынан эшләнгән стела тора. Композициялар өҫтөндә Башҡортостан Республикаһы гербы урынлаштырылды. Йылы миҙгел башланғас төҙөүселәр һәйкәл янындағы биләмәне төҙөкләндереүҙе дауам итәсәк. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған. Өфө нефть институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда Өфө нефть эшкәртеү заводында башлай. Предприятиеның етештереү һәм етәксе вазифаларында эшләгән. 1986 йылда завод директоры итеп тәғәйенләнә. 1990 - 1993 йылдарҙа – Башҡорт АССР-ның Юғары Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһына 1993 – 2010 йылдарҙа етәкселек итә. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.