Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Насар эшләйһегеҙ, тине Ратмир Мәүлиев

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Өфө ҡалаһы урамдарында, ихаталарында ҡарҙы таҙартыу барышы менән танышты. Был хаҡта ул “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы, шулай уҡ видеояҙма менән дә уртаҡлашты. Видеояҙмала күренеүенсә, уға ихатала батып ултырған автомобилде этеп сығарыуҙа ярҙам итергә тура килгән. Видеояҙмала ул: "Насар эшләйһегеҙ", - ти хеҙмәткәрҙәренә. “Бөгөн өс сәғәт дауамында баш ҡала райондары хакимиәттәре башлыҡтары менән ҡарҙы таҙартыуҙы тикшерҙек. Күп яҙып тормайым, бөтәһен дә башлыҡтарға әйттем. Белешмә өсөн: * муниципаль контроль сиктәрендә идара итеүсе ойошмаларға һуңғы өс көндә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөүгә 350-нән ашыу күрһәтмә бирелде; * бөгөн урамдарҙа 300-ҙән ашыу техника берәмеге эшләй. Коммуналь хеҙмәттәргә эште көсәйтергә һәм өҫтәмә ресурстарҙы әүҙем йәлеп итергә, ҡала төҙөүселәре һәм предприятиелары менән эшләргә ҡуштым. Һәр башлыҡ һәм уларҙың урынбаҫарҙары, райондарҙы төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеһы етәкселәр

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Өфө ҡалаһы урамдарында, ихаталарында ҡарҙы таҙартыу барышы менән танышты. Был хаҡта ул “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы, шулай уҡ видеояҙма менән дә уртаҡлашты. Видеояҙмала күренеүенсә, уға ихатала батып ултырған автомобилде этеп сығарыуҙа ярҙам итергә тура килгән. Видеояҙмала ул: "Насар эшләйһегеҙ", - ти хеҙмәткәрҙәренә. “Бөгөн өс сәғәт дауамында баш ҡала райондары хакимиәттәре башлыҡтары менән ҡарҙы таҙартыуҙы тикшерҙек. Күп яҙып тормайым, бөтәһен дә башлыҡтарға әйттем. Белешмә өсөн: * муниципаль контроль сиктәрендә идара итеүсе ойошмаларға һуңғы өс көндә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөүгә 350-нән ашыу күрһәтмә бирелде; * бөгөн урамдарҙа 300-ҙән ашыу техника берәмеге эшләй. Коммуналь хеҙмәттәргә эште көсәйтергә һәм өҫтәмә ресурстарҙы әүҙем йәлеп итергә, ҡала төҙөүселәре һәм предприятиелары менән эшләргә ҡуштым. Һәр башлыҡ һәм уларҙың урынбаҫарҙары, райондарҙы төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеһы етәкселәре беркетелгән биләмәләрҙең торошо өсөн яуаплы. Барыһына ла бурыстар йөкмәтелгән”, – тип яҙҙы Ратмир Мәүлиев. Өфөлә иһә алдағы көндәрҙә лә ҡар яуыуы күҙаллана. Тимәк, коммуналь хеҙмәттәргә эш арта. Фото: скриншот. Видеояҙма сығанағы: vk.com/ratmir.mavliev