"Әрмән ләүеше" Ингредиенттары: 1 стакан йылы һыу 1 балғалаҡ ҡоро әсетке 1 аш ҡалағы үҫемлек майының Ярты балғалаҡ тоҙ Ярты балғалаҡ шәкәр 2,5-3 стакан он Әҙерләү: Әсеткене һыуҙа ебетергә, май, тоҙ һәм шәкәр өҫтәп, иләнгән он ҡушып һығылмалы ҡамыр баҫырға, майланған мискәгә һалып ҡапларға һәм 1 сәғәткә ҡуйып торорға кәрәк. Ҡамырҙы 9-10 өлөшкә бүлеп (был табаның ниндәй ҙурлығына бәйле), ҡамыр киҫәктәрен пленка менән ҡаплап, уларға тағы ла 5 минутҡа һалып ҡуйырға, шулай уларҙы нәҙек итеп йәйеүе еңелерәк буласаҡ. Иң ҙур табағыҙҙы ҡыҙҙыра ҡуйырға кәрәк. Ҡамыр киҫәге алабыҙ, өҫтәлгә он һибәбеҙ, ҡатламды нәҙек итеп, (1-2 мм-ҙан артыҡ түгел) йәйәбеҙ. Ҡоро табала һәр яҡтан бер нисә секундҡа тотоп алабыҙ, бер нисә ҡыҙғылт нөктә барлыҡҡа килә шунда уҡ әйләндерергә, улар ни тиклем оҙағыраҡ бешерелһә, шул тиклем ҡорораҡ була, шуға ла уны табала тотоп торорға ярамай. Әҙер ләүештәрҙе өйөп һалып, туҡыма йәки таҙа таҫтамал менән ҡапларға. Улар һыуынғансы шулай төрөп ҡалдырырға, һуңынан п/э пакетҡа күсереп, шулай һаҡларға мөмкин. Фотолар: triptonkosti.ru, letsgophotos.ru, mykaleidoscope.ru Сығанаҡ: vk.com/bestvkclub