Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һөнәре бар юғалмаҫ

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында ”Халыҡ-ара һөнәрселәр академияһы” йәмғиәте президенты, Ҡаҙағстандан килгән оҫта Ырзой Турсынзада менән осрашыу булды. Сараны “Ағиҙел” Башҡортостан рәссамлыҡ предприятиеһы һәм “Башҡортостандың һөнәрселек палатаһы” союзы ойошторғайны. – Быйыл ғинуарҙа беҙ Ҡаҙағстандың “Алтын Урҙа” компанияһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгәйнек, бөгөн, күреүегеҙсә, уны тормошҡа ашырыу буйынса беренсе сара үткәрелә, – тине “Ағиҙел” предприятиеһының генераль директоры Гүзәл Кәримова. – Халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән күп кенә оҫталар йыйылды бөгөн залға, уларҙың байтағы шәхси эшҡыуарлыҡ предприятиелары асҡан. Ырзой Турсынзада ойошторған проект бөтәгеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырыр тип уйлайым. Ҡаҙағстан оҫтаһы республика һөнәрселәре өсөн тренинг-семинар үткәрҙе, һөнәрселекте уңышлы үҫтереү буйынса үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ул тәүҙә Мәскәүҙә йәшәгән һәм эшләгән, ғаиләһе менән Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанаға ҡайтҡас, үҙе йәш саҡтан уҡ хыялланған бәйләү-сигеү эшенә тотонорға була. Тәүҙә үҙ йорто һәм яҡындарына бүләк итеү маҡсатында шөғөлләнә ул, артабан, таныштары һәм әхирәттәренең өгөтләүен ҡабул итеп, 2009 йылда ошо йүнәлештә эшҡыуарлыҡҡа тотона. Уның миҫалына эйәреп, Башҡортостанда ла ҡул эше оҫталары әүҙемләшер, кибеттәрҙә халыҡ сәнғәте өлгөләре күбәйер, тип өмөт итергә ҡала. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.