Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бик матур урын барлыҡҡа килде

Ил халҡы араһында иң популяр проекттарҙың береһе – “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты, ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Проекттың мөһимлеге тәү сиратта уның кешегә йүнәлтелгән булыуына ҡайтып ҡала. Паркты яҡтыртҡан һәм экология тураһында хәстәрлек күргән осраҡта төҙөкләндерелгән объекттар ҡиммәттәрҙе һаҡларға һәм бөтә быуындарҙың ихтыяждарын иҫәпкә алырға тейешлеге мотлаҡ иҫәпкә алына. Уҙған йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты буйынса Краснокама районының Николо-Березовка ауылындағы үҙәк майҙанда сквер төҙөкләндерелгән. Тап ошо проектты 2022 йылдың яҙында тауыш биреү юлы менән халыҡ һайлаған. Ауыл халҡы өсөн был мөһим объект, асылда, яңынан барлыҡҡа килгән йәмәғәт киңлеге. Әле ул үҙгәргән һәм төҙөкләндерелгән. Сквер йәштәрҙең һәм өлкәндәрҙең ял итеү, аралашыу урынына әүерелде. Бынан тыш, кискеһен бәләкәй архитектура формаларын яҡтыртыу иҫәбенә биләмә тағы ла үҙенсәлекле булып күренә. – Йәмәғәт киңлеген булдырыу өсөн байтаҡ көс һалынды, сквер бөтә ауылдарҙа, муниципалитеттың бөтә ауыл биләмәләрендә сағыу һәм лайыҡлы үҫеш өлгөһө булып тора, – тип билдәләне Краснокама районы хакимиәте башлығы Алексей Горбачев. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. 2024 йылда федераль программа сиктәрендә Башҡортостанда 123 биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла. Фото: Краснокама районы хакимиәте.