Ни өсөн йәш парҙар өйләнешер өсөн йылдың “матур” даталарын көтөп ала? Баҡтиһәң, ошо көндә теркәлгән никах айырыуса бәхетле, уңышлы буласаҡ, тигән ырым йөрөй. Ә ҡайһы берәүҙәр тап ошондай даталар ниндәйҙер тылсым көсөнә эйә, тип ышана. Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, быйыл матур датала – 24.02.2024-тә 250 пар өйләнешергә ҡарар иткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғинуар айында – 24.01.2024 103 пар ғаилә ҡорғайны. Киләһе “матур” дата 24 мартҡа тап килә, әммә был көн йәкшәмбегә тура килеүе сәбәпле, йәштәр яҙылыша алмаясаҡ. Ниндәй даталарҙа өйләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, йәштәргә бәхетле ғаилә тормошо, бер-береһен аңлап йәшәүҙәрен теләп ҡалайыҡ! Фото: balthazar.club