Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларының башланғысына нигеҙләнгән "Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау" проекты старт алғас та, Әбйәлил районының Ташбулат урта мәктәбе лә ситтә ҡалманы. Ташбулат урта мәктәбе уҡыусылары инициативалы бюджетлау проекттарын яҡланы. Конкурстың мәктәп этабында биш команда ҡатнашты. Проекттарҙың темалары төрлө йүнәлештәрҙә булды: мәғариф, фән, туризм, төҙөкләндереү, мәҙәниәт һәм спорт.1-се проект - "Махсус биология кабинетын йыһазландырыу"2-се проект - "Медиаүҙәк булдырыу"3-сө проект - "Хоккей ҡумтаһын төҙөкләндереү"4-се проект - "Ауылымдың тарихы"5-се проект - "Тамаша залын төҙөкләндереү".Артабан мәктәптә тауыш биреү үткәрелде. Унда 5-11-се класс уҡыусылары тауыш бирә.Шулай итеп, иң күп тауыш йыйып, Бадалов Динислам етәкселегендәге "Тамаша залын төҙөкләндереү" проекты еңеп сыҡты. Мәғлүмәт: Әбйәлил районының Ташбулат урта мәктәбе.