Сара Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Росконгресс фонды тарафынан ойошторола. Йыл һайын үткәрелгән форум Рәсәй суверенитетын нығытыуға һәм милли маҡсаттарға өлгәшеүгә ҙур өлөш индерәсәк проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә. – Илдең сәнәғәт, интеллектуаль, технологик потенциалын нығытыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән башланғыстар айырыуса ҡиммәтле. Иң яҡшы идеялар эксперттар һәм остаздар менән берлектә эшләнеп бөтәсәк, шулай уҡ дәүләт һәм бизнес тарафынан ярҙам аласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл форумға килгән идеялар һаны, былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, артҡан. Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева һүҙҙәренсә, форумда бөтә ил ҡатнаша. Республикабыҙ ғаризалар һаны буйынса алдынғы урынды биләй: Башҡортостандың әүҙем халҡы 3,7 мең идея тәҡдим иткән, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Башҡортостан халҡы форумға ете йүнәлеш – йәшәү сифатын яҡшыртыу, иҡтисадты һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм башҡа өлкәләр буйынса үҙ идеяларын тәҡдим итте. Бынан тыш, Башҡортостан “Беҙҙекеләрҙе бел” Рәсәй брендтары конкурсына ғаризалар һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева билдәләүенсә, Башҡортостан данын яҡлаған компаниялар үҙ продукцияһын төбәктән ситтә һатыу географияһын киңәйтеү менән ҡыҙыҡһына. Фото: pravitelstvorb.ru