Ғаилә һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы - балаларҙы социалләштереүҙең ике мөһим институты. Уларҙың тәрбиәүи функциялары төрлө, әммә баланың һәр яҡлап үҫеше өсөн уларҙың үҙ-ара бәйләнеше кәрәк. Уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең маҡсаттары һәм бурыстары бер: балаларҙың бәхетле, сәләмәт, әүҙем, тормош һөйөүсән, аралашыусан булып үҫеүен, киләсәктә мәктәптә уңышлы уҡыуын һәм шәхес булараҡ тормошҡа ашырылыуын тәьмин итеү. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы менән ғаиләнең үҙ-ара эш итеү нигеҙендә хеҙмәттәшлек ята, йәғни эшмәкәрлек маҡсаттарын бергәләп билдәләү, һәр ҡатнашыусының мөмкинлектәренә ярашлы көстәрҙе, сараларҙы, эшмәкәрлек предметын ваҡыт эсендә уртаҡ бүлеү, эш һөҙөмтәләрен бергәләп контролдә тотоу һәм баһалау, ә һуңынан яңы маҡсаттарҙы, бурыстарҙы һәм һөҙөмтәләрҙе күҙаллау. Ата-әсәләр тәрбиәселәрҙең әүҙем ярҙамсылары булһын өсөн уларҙы балалар баҡсаһы тормошона йәлеп итергә кәрәк. Ғаилә менән эште ойоштороу психологик-педагогик йәһәттән ҡатмарлы мәсьәлә булып тора. Мәктәпкәсә белем биреү педагогтарының төп бурыстары түбәндәгесә:– һәр тәрбиәләнеүсенең ғаиләһе менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу;– балаларҙы үҫтереү һәм тәрбиәләү өсөн көстәрҙе берләштереү;– үҙ-ара аңлашыу, ҡыҙыҡһыныуҙар уртаҡлығы, үҙ-ара эмоциональ ярҙам булдырыу;– ата-әсәләрҙең тәрбиәүи оҫталығын әүҙемләштереү һәм байытыу. Беҙ ата-әсәләр һәм балалар менән бергәләп проект эшмәкәрлеге менән шөғөлләнәбеҙ. Дөйөм көс менән “Минең ғаиләм – минең байлығым”, “Ҡыш Бабай оҫтаханаһы” проекттарын әҙерләнек һәм тормошҡа ашырҙыҡ. Йыл һайын балаларҙың ата-әсәләре менән берлектә “Ҡоштар өсөн иң яҡшы аҙыҡ”, “Көҙ Һылыуҡайы”, “Яңы йыл идеяһы” һ.б. конкурстарын үткәрәбеҙ. Ата-әсәләр эштәрҙе башҡарыуға бик ижади ҡарай. Конкурс йомғаҡтары буйынса, балалар һәр ваҡыт бүләктәр, ә ата-әсәләр дипломдар һәм рәхмәт хаттары ала. Бынан тыш, ата-әсәләр йыйылышы традицион булмаған ысулда үткәрелә һәм “Ата-әсәләр менән эшләүҙең заманса формаларын һәм ысулдарын ҡулланыу” темаһына презентация формаһында тәжрибә дөйөмләштерелә. Былар барыһы ла төркөмдөң ата-әсәләрен яҡынайтыуға булышлыҡ итә, ә беҙ (тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр) балаларҙың таянысы булараҡ, дуҫ коллектив барлыҡҡа килһен өсөн шарттар булдырабыҙ. Шулай итеп, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең ата-әсәләре менән эшләүҙең төрлө формаларын ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирҙе: уҡытыусыларҙың ата-әсәләр менән үҙ-ара эш итеү характеры үҙгәрҙе, уларҙың күбеһе балалар баҡсаһы тормошонда әүҙем ҡатнашты һәм тәрбиәселәрҙең алыштырғыһыҙ ярҙамсылары булды. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләрҙең педагогик эшмәкәрлеккә йәлеп ителеүе тәрбиәсе теләгенә ярашлы түгел, ә үҙ балаһын үҫтереү өсөн кәрәк булғанға күрә мөһим ғәмәл булыуын иҫбатлай. Ғаиләлә бала ололарҙан өлгө ала, ә балалар баҡсаһында социалләшә. Әгәр беҙ әхлаҡи яҡтан сәләмәт быуын үҫтерергә теләһәк, был проблеманы "бөтә донъя" хәл итергә тейеш: балалар баҡсаһы, ғаилә, йәмғиәт. Авторы: Айгөл Ғәзизова.Илеш районының Иҫке Күктау ауылы урта мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәсеһе.