Йылайыр районының Бәрҙәш ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Ғаилә йылына арналған район кимәлендә “Әли-бәли, бәли-бәү” ("Баю-баюшки-баю") бишек йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үткән. Халыҡ ижадын, милли мәҙәни йолаларҙы һаҡлау һәм таратыу маҡсатында ойошторолған конкурста райондың төрлө ауылдарынан 17 конкурсант ҡатнашҡан. Сәхнәнән төрлө телдәрҙә һөйөү менән һуғарылған музыкаль композициялар яңғыраған. Конкурсанттар бишек йырҙарын башҡарыуҙан тыш, ғаилә йолаларын һәм тарихтарын һөйләгән. - Иң тыныс, йәмле һәм күңелгә үтеп инерлек сара. Хатта залдағылар сабыйҙарҙы уятырға ҡурҡҡандай тын ғына ҡул саптылар. Барыһының да сығышы оҡшаны, кешеләрҙең фантазияһы шул тиклем күп, – тип уртаҡлашты тамашасылар. Бәрҙәш ауылы ҡунаҡтары өсөн экскурсия үткәрелде, ирекмәндәр ярҙамы тураһында һөйләнеләр, маскировка селтәрҙәре үреү һәм окоп шәмдәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Виктор Александрович Андреев һалдаттарыбыҙҙың һәм хәрби техникабыҙҙың ғүмерен һаҡлау өсөн ниндәй селтәрҙәр кәрәклеген аңлатты, ниндәй туҡыма төрҙәрен ҡулланыу яҡшыраҡ булыуын һөйләне. Сергей Николаевич Трофимов окоп шәмдәренең ниндәй төрҙәрен эшләргә мөмкинлеген һәм фронттағы һалдаттарға шәмдәрҙең нисек ярҙам итеүен күрһәтте һәм һөйләне. Ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙәребеҙ өсөн йылы ойоҡбаш бәйләй һәм маскировка селтәрҙәре бәйләргә ярҙам итә. Сығанаҡ: https://vk.com/zilairskij