Бер йыл элек Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында бер-бер артлы өс көслө ер тетрәү булды, уларҙы уның тарихында иң емергес һәм һуңғы йөҙ йылда донъяла иң көслөләрҙең береһе тип атайҙар. Был афәттә 53 мең 537 кеше һәләк булған, 107 меңдән ашыу кеше яраланған, 14 миллион кеше зыян күргән. 9 февралдә ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам итеү өсөн Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығынан һәм БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы комитетынан 25 кешенән һәм бер эттән торған команда Төркиәгә юлланғайны. Башҡортостан ҡотҡарыусылары ер тетрәүҙән һуң емереклектәрҙе таҙартыу буйынса эш барышында 60 кешене сығарған, шуларҙың алтауһы ғына иҫән булған. Төркиәнең Ҡазандағы Консуллығынан ҡотҡарыусы егеттәргә сәләм һүҙҙәре килеп етте. “Былтыр 6 февралдә Төркиәлә ҡот осҡос фажиғә булғанда ярҙам ҡулы һуҙған бөтә егеттәргә йәнә бер тапҡыр рәхмәт әйтергә теләйем һәм улар алдында башымды эйәм. Ҙур рәхмәт! Беҙ һеҙҙе хәтерләйбеҙ", – тиелә сәләм хатында. Фотолар һәм мәғлүмәт: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат х