Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе нисек йәшәй?

Сараны республика Башлығы Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейында үткәрҙе. Унда үҙе етәкләгән бүлексәнең үткән йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды, шулай уҡ республика биләмәһендә ғилми-тикшеренеү һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлеген үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. Көн тәртибендәге төп мәсьәләләрҙең береһе – ижады Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнгән Сергей Тимофеевич Аксаковтың мираҫын һаҡлау, тип билдәләне Радий Хәбиров. Шуның өсөн төбәк етәксеһе республиканың Мәҙәниәт министрлығына Аксаковтың йорт-музейын капиталь ремонтлау буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Радий Хәбиров шулай уҡ Аксаковтар ғаиләһенә арналған экспозицияны яңыртыуға, бигерәк тә мәғрифәтселек эшмәкәрлегенә иғтибар бүлергә ҡушты. Тағы ла бер мөһим проект – Өфө губернаторы Григорий Аксаковтың хәтерен мәңгеләштереү. Был башланғыс Өфөнөң тарихи үҙәгендә һәйкәл төҙөүҙе күҙ уңында тота. Радий Хәбиров республиканың Мәҙәниәт министрлығына ошо йәһәттән дә тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Төбәк етәксеһе Рус география йәмғиәте бүлексәһ

Сараны республика Башлығы Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейында үткәрҙе. Унда үҙе етәкләгән бүлексәнең үткән йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды, шулай уҡ республика биләмәһендә ғилми-тикшеренеү һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлеген үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. Көн тәртибендәге төп мәсьәләләрҙең береһе – ижады Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнгән Сергей Тимофеевич Аксаковтың мираҫын һаҡлау, тип билдәләне Радий Хәбиров. Шуның өсөн төбәк етәксеһе республиканың Мәҙәниәт министрлығына Аксаковтың йорт-музейын капиталь ремонтлау буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Радий Хәбиров шулай уҡ Аксаковтар ғаиләһенә арналған экспозицияны яңыртыуға, бигерәк тә мәғрифәтселек эшмәкәрлегенә иғтибар бүлергә ҡушты. Тағы ла бер мөһим проект – Өфө губернаторы Григорий Аксаковтың хәтерен мәңгеләштереү. Был башланғыс Өфөнөң тарихи үҙәгендә һәйкәл төҙөүҙе күҙ уңында тота. Радий Хәбиров республиканың Мәҙәниәт министрлығына ошо йәһәттән дә тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Төбәк етәксеһе Рус география йәмғиәте бүлексәһенең мөһим ҡаҙаныштарын билдәләне. Улар алдында торған бурыстарҙың береһе – мәғрифәтселек эшмәкәрлеге, тине ул. Ошоноң менән бәйле республика Башлығы донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының беренсе сираты булған IQ-парк бинаһында Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе офисын булдырырға тәҡдим итте. Фото: glavarb.ru