Найти тему
Башҡортостан гәзите

Силасау ауылының ғорурлығы ул

Кеше ғүмеренең иң күңелле осоро – студент йылдарын кем генә һағынып иҫкә алмай? Өмөт, романтика, уҡыу осоро ғына түгел, етди эштәр осоро ла ул. Борайҙың 3-сө урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған Марат Шафиҡов – бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетының бишенсе курсы студенты. Бала сағы һәм үҫмер йылдары әсәһе, олатаһы һәм өләсәһе янында Силасау ауылында үтә. Уҡыу менән бергә республика күләмендә үткән спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, тип яҙа “Алға” гәзите. Ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорау Маратты борсоһа ла, ул кинәт кенә һорауына яуап таба алмай. Хәрби булырға ла ынтыла, уҡытыусы, инженер һөнәре лә ҡыҙыҡлы кеүек. Ниһайәт, табип булырға ҡарар итеп, төрлө ҡалаларҙағы уҡыу йорттарын һайлай. Шулай ҙа Өфөгә өҫтөнлөк бирергә була, ауылға яҡындары эргәһенә ҡайтып йөрөргә уңайлыраҡ бит. Егеттең ҡаҙаныштары бөгөн һанап бөткөһөҙ: университеттың фән, спорт, мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша, Сәмәрҡәнд-2020 халыҡ-ара олимпиадаһында акушерлыҡ һәм гинекология йүнәлеше буйынса еңеүсе, Рәсәй фәнни журналдарҙа ғилми баҫмалар авторы, XI Бөтә Рәсәй студенттар һәм йәш ғалимдәр фәнни-ғәмәли конференцияһының II дәрәжә дипломанты, саңғы ярыштары буйынса Рәсәй медицина һәм фармацевтика вуздары араһында Рәсәй чемпионаты призеры... Был данлы исемлекте тағы ла дауам итергә мөмкин булыр ине. Маҡсатҡа ынтылышлы егет менән яҡташтары ғорурлана, уға киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштар, артылыштар теләй. Марат үҙе өсөн ҙур таяныс булған олатаһы һәм өләсәһенә, әсәһенә сикһеҙ рәхмәтле. Шулай уҡ уҡытыусыларының һәр береһенә үҫешергә ярҙам иткәндәре, белем биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт әйтә. Беҙ яҡташыбыҙға йәшлек хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Фото: шәхси архивтан. https://vk.com/gazetaalga