Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың һәм Татарстандың иң популяр йырсылары Әлиә (Ҡарасурина) һәм Ришат Төхвәтуллиндар бәпәй көтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Әлиә сәхнәлә сығыш яһауын дауам итә ине. Әле Ришат үҙенең социаль сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған. "Әлиәмде Ҡазанға оҙаттым. 8,5 йыл дауам иткән гастролдәрҙә ул беренсе тапҡыр минең концерттарҙа булмаясаҡ", - тип яҙған ул. Йырсының төркөмө Екатеринбург ҡалаһында сығыш яһаҡандан һуң, Төмән яҡтарына юлланған. Әлиәне Ришат Екатеринбургтан Ҡазанға ҡайтарып ебәргән. Ни тиһәң дә, буласаҡ атай кеше тыуасаҡ сабыйы өсөн борсола. Фото: "Интертат".
"Беренсе тапҡыр ул минең концерттарҙа булмаясаҡ..."
6 февраля 20246 фев 2024
~1 мин