Ғафури районының Красноусол ауылында һәүәҫкәр спортсылар араһында волейбол буйынса дуҫтарса турнир үтте. Спорт сараһы "Демография" милли проектының "Спорт – йәшәү нормаһы" федераль проектына ярашлы ойошторолдо. Турнирҙа Ғафури районынан һәм Ауырғазы районынан бөтәһе алты ир-егет һәм ике ҡатын-ҡыҙ коллективы, дүрт йыйылма команда ҡатнашты. Ярыштарҙың тәүге минуттарынан алып финалға тиклем майҙанда етди көрәш барҙы. Команда ағзалары хаталарға юл ҡуймаҫҡа тырышты, матур ҡеүәтле тапшырыуҙар ҡулланды, туптарҙы һөҙөмтәле ҡағып алды. Бөтә уйындар ҙа көсөргәнешле һәм мауыҡтырғыс булды – спортсылар һуғышсан кәйеф менән янып-көйҙө. Ауырғазы районының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре оппоненттарына еңеүгә өмөт ҡалдырманы һәм партиялар буйынса 3:0 иҫәбе менән осрашыуҙа еңде, Ауырғазы районының ирҙәр йыйылма командаһы партиялар буйынса 3:2 иҫәбе менән, ветерандар (40+) шулай уҡ партиялар буйынса 3:2 иҫәбе менән еңеү яуланы. "Барыһына ла ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт! Бөтә уйындарҙа ла көслө мөхит һәм көсөргәнеш бик оҡшаны! ", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты турнирҙа ҡатнашыусы Антон Юлдашев. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.