Республиканың 24 коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы менән 2024 йылдың 15 мартынан 17-һенә тиклем Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа тауыш биреүҙе күҙәтеүҙә ҡатнашыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Улар иҫәбендә – Рәсәй адвокаттары гильдияһы, Йәштәр йәмәғәт палатаһы, Башҡортостандың Муниципаль берәмектәр советы, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы, Йәштәр сәйәсәте лигаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте, Йәштәр яҡташлыҡтары ағзалары һәм башҡалар. Документ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың көстәрен берләштерергә һәм һайлауҙың ғәҙеллеген, асыҡлығын тәьмин итергә әҙерлеген нығытты. Йәмәғәт палатаһы республиканың граждандар йәмғиәте вәкилдәре һайлау процесының бөтә этаптарына йәмәғәт контроле алып барыу мөмкинлегенә эйә булыуына гарантия булып тора. – Беҙ Лига командаһы менән күҙәтеүсе булырға хәл иттек. Беҙгә тауыш биреүҙең бөтә механизмын өйрәнеү, уның нисек барғанын ҡарау һәм ошо хаҡта һөйләү ҡыҙыҡлы. Төп ролебеҙ – б
Башҡортостан йәмәғәтселәре һайлауҙа күҙәтеүсе буласаҡ
6 февраля 20246 фев 2024
1 мин