“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Миәкә районының Кожай-Семеновка ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы медицина учреждениеһында хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн асыҡ мөхит булдырылған, персоналды саҡырыу төймәһе, пандус урынлаштырылған. Ҡабул итеү бүлмәһе иркен һәм яҡты, процедура, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү кабинеттары, дарыу препараттарының булыуы уңайлыҡ тыуҙыра. Яңы бина 500-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерәсәк. Тәүге медицина-санитар ярҙамын 22 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған фельдшер күрһәтә. Медицина пунктында диспансерлаштырыу, тикшереү үтергә һәм льготалы дарыуҙарға рецепт алырға мөмкин. – Модулле ФАП Миәкә районы халҡына медицина ярҙамы сифатын һәм файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға булышасаҡ, – тине район дауаханаһының баш табибы Илшат Ғилемйәнов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, гражданд