Учалы районының мәғариф идаралығы менән "Юлдаш" радиоһы быйыл бишенсе тапҡыр "Диктор тауышы" республика асыҡ конкурсын ойошторҙо. Ул танылған диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә арнала. Конкурсты ойоштороуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла булышлыҡ итә. Сараның маҡсаты – уҡыусы балалар араһында башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү, һөнәр һайлауға булышлыҡ итеү. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл конкурста 80-дән ашыу эш ҡаралған. Ҡатнашыусылар яңылыҡтар уҡып ишеттергән, мәктәп тормошонан репортаж әҙерләгән. Ижади ярышта республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан, Силәбе өлкәһенән бихисап уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡарарға йөрьәт иткән. Эштәрҙең 45-е финалға сығып, абруйлы баһалама ағзалары улар араһынан 13 еңеүсене билдәләгән. Ә бөгөн, 6 февралдә, еңеүселәрҙе “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында тәбрикләнеләр. Артабан йәш таланттар өсөн "Тамыр" телеканалында оҫталыҡ дәрестәре булды, улар билдәле алып барыусылар менән осрашты, телеүҙәк буйлап экскурсияла йөрөнө. Гран-приға лайыҡ булыусы Айтуған Мөхәмәтйәнов Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернатында 8-се класта уҡый. Үҫмер һәр яҡлап талантлы, төрлө предметтар буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша, спорт менән дә дуҫ. "Бындай конкурста беренсегә ҡатнаштым. Еңеүемә ихлас шатмын. Унда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусым Гөлнар Мирсаяф ҡыҙының өлөшө ҙур, уға рәхмәт", - ти Айтуған. Һүрәттәрҙә: Айтуған Мөхәмәтйәнов уҡытыусыһы Гөлнар Асҡарова менән; саранан күренештәр. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.