Бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнап республиканың Фәндәр академияһы бинаһында “Халыҡҡа арналған ғүмер” тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо. Билдәле булыуынса, уға иртәгә, 7 февралдә 90 йәш тулған булыр ине. Конференция ике көн дауам итә – 6 һәм 9 февралдә. 9 февралдә ул Өфөнөң алдынғы уҡыу йорттары Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика башҡорт гимназия-интернаты һәм “Смарт” 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында үтәсәк. Бында балалар өсөн ғилми секциялар ойоштороласаҡ. Бөгөн иһә Фәндәр академияһында ғалимдар, билдәле йәмәғәтселәр, дәүләт власы вәкилдәре, йәштәр йыйылды. Пленар ултырышты Фәндәр академияһының вице-президенты, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Александр Дегтярев асты һәм уны алып барҙы. – Бөгөн беҙ аҡыллы аҡһаҡал, көслө сәйәсмән Мортаза Рәхимовҡа араналған конференцияла йыйылдыҡ. Ул республикаға еңел булмаған 90-сы йылдарҙа идара итте. Тап шул йылдарҙа Ба