Ҡаҙ майынан эшләнгәнрецептар тәҡдим итәбеҙ. Ул борон-борондан тәбиғи дауалау продукты булып һанала. Ҡаҙ майын халыҡ медицинаһында түбәндәге маҡсаттарҙа ҡулланалар БронхитОҙаҡҡа һуҙылған йүтәлдән ҡотолоу өсөн, ҡаҙ майын ҡырғыстан сығарылған һуған менән бутарға һәм ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итәргә. Ошо уҡ ҡатнашманы төнгә күкрәк өлөшөнә һөртөргә була. Үпкә ялҡынһыныуы.Иретелгән ҡаҙ майы һәм һарымһаҡтан яһалған ҡатнашманы йылыталар һәм пергаментҡа һөртәләр. Ҡағыҙҙы күкрәккә ҡуялар, өҫтөнә йылы шарф ябалар һәм төнгә шулай ҡалдыралар.Ревматизм.Арҡа ауыртҡанда мунсала, арҡаны ҡаҙ майы менән ышҡыу ярҙам итә. Процедуранан һуң йылы урында төрөнөп ятарға кәрәк.Мускулдар ауыртыныуы.Ауыртҡан урындарға май, бал һәм спирт төнәтмәһҽ менән массаж яһайҙар.Йүтәл.Кәрәкле ингредиенттар:бал - 100 г,эретелгән ҡаҙ майы - 100 г, араҡы - 100 мл.Барыһын бер һауытта бутарға һәм бер аҙнаға ҡараңғы урынға ҡуйырға кәрәк. Әҙер ҡатнашманы һәр көндө бер аш ҡалағы эсәләр. Дарыуҙы һыуытҡыста һаҡлайҙар.Быуындар өсөн.Быуындар ауыртыуыуын махсус мазь ярҙамында дауаларға мөмкин.Ингредиенттар:ҡаҙ майы - 50 г,камфора майы - 10 тамсы. Әҙерләү: ҡаҙ майын парҙа иретергә һәм камфора майын ҡушырға. Быуындарға көн һайын әҙер ҡатнашманы һөртөргә. Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө. Фото: muzoktcrb.ru