Балаҡатай районының Яңыбай ауылы мәктәбе уҡыусылары һәм Мәсәғүт педагогия колледжы студенттары Башҡортостан Республикаһының айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса лекция тыңланы. Тәбиғәтте һаҡлау акциялары ярҙамында граждандарҙың экологик мәҙәниәт кимәлен күтәреү “Экология” милли проекты маҡсаттарының береһе булып тора. Дәресте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитетында әйҙәүсе белгес-эксперт Рәйзәлә Хужина үткәрҙе. Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы вәкиле балаларға ҡурсаулыҡ биләмәләренең барлыҡҡа килеү тарихы, функциялары һәм бурыстары тураһында һөйләне. Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә ҡабатланмаҫ һәм матур урындар менән уникаль экосистемалар, эталон ландшафттар урынлашҡан. Йәш тыңлаусыларға лекция оҡшаны. Мәктәп уҡыусылары айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең нимә икәнлеген, уларҙың тыуған районында ниндәй дәүләт тәбиғәт заказнигы, тәбиғәт ҡомартҡылары барлығын белде. Шулай уҡ балалар республикаға “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркына белорус зубрҙарын килтергәндәрен белде. Уҡыусыларға министрлыҡтың ҙур биләмәне нисек һаҡлауын, айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә барыу ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы нимә көтәсәген белеү ҡыҙыҡлы булды. "Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә беҙ киләһе быуындар өсөн тыуған тәбиғәтебеҙҙең матур урындарын ғына һаҡлап ҡалмайбыҙ, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының ҡиммәтле биоресурстары хаҡында ла хәстәрлек күрәбеҙ. Шулай уҡ бында имеҙеүселәр, ҡоштар йәшәй һәм төрлө үҫемлектәр, шул иҫәптән Ҡыҙыл китапҡа индерелгән төрҙәре үҫә. Ҡурсаулыҡтарға ғына түгел, ә бөтә тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыу мөһим. Бының өсөн йәмғиәттә, айырыуса үҫеп килеүсе быуын араһында экологик белемде үҫтереүгә ынтылырға кәрәк", – тине Рәйзилә Хужина. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәбиғәтән файҙаланыу һәм экология министрлығы.