Найти тему
Башҡортостан гәзите

Стәрлетамаҡта юлдар яҡшыра

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы Стәрлетамаҡта быйыл 12 урында дөйөм оҙонлоғо ете километр булған юлдарҙың ремонтланасағын хәбәр итте. Был эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) сиктәрендә башҡарыла. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланып, уңышлы тормошҡа ашырылып килә. “Был ремонтланасаҡ урындарҙа халыҡ өсөн әһәмиәтле объекттар урынлашҡан, шуға күрә тап ошо урамдарҙы норматив хәлгә килтерергә ҡарар ителде”, – ти министр Александр Клебанов. Аукциондар үткәрелгән, төҙөлөш ойошмалары һайлап алынған. Килешеүҙәргә ярашлы, эш быйыл көҙгә тамамланырға тейеш. Былтыр республикала, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, 200 километр юл тәртипкә килтерелде. Фото: “Башинформ”.