2030 йылға тиклем мораторий Республика башлығы ҡаҙылма байлыҡтар буйынса ведомство-ара комиссияның Учалы районында үткән күсмә ултырышына йомғаҡ яһаны. Роснедра менән Башҡортостан биләмәһендә алтын эшкәртеүгә лицензия биреүгә 2030 йылға тиклем мораторий индерергә килешелгән. Быға тиклем бирелгән лицензиялар ошо осорға тиклем тәртипкә килетереләсәк. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Унда ҡаралған мәсьәләләргә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева байҡау яһаны. Башҡортостанда ҡаҙылма байлыҡтарҙы вәхшиҙәрсә сарыф итеүгә сик 2018 йылдан ҡуйылды. Алтын табыуға ҡағылған лицензияларҙың биштән бере ғәмәлдән сығарылған. Радий Хәбировтың башланғысы менән төҙөлгән ведомство-ара комиссия был өлкәлә тәртип урынлаштырыуҙы власть органдары менән күҙәтеүсе хеҙмәттәр, бизнес һәм йәмәғәтселектең берҙәм тырышлығы менән бойомға ашыра.Учалыла киҫкен торған йәнә бер мәсьләлә – ҡаланы һыу менән тәьмин итеү. Эш сәфәре барышында граждандарҙан алған мөрәжәғәтте Радий Хәбиров торлаҡ-ко