Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Оҫта ҡулында ҡатырға киҫәге лә йәнләнә

Бәләбәй ҡалаһында тыуып үҫкән Татьяна Ястребова бала саҡтан ҡул эштәре менән шөғөлләнә, ҡурсаҡтарына кейем тегеү менән мауыға. Өләсәһенең сарҙағында нимә эҙләп таба - туҡыма киҫәгеме, йөн йәиһә бәйләмме - барыһын да эшкә ҡуша. Бала саҡта башланған шөғөлө артабан файҙалы һәм яратҡан эшенә әүерелә. Ғаилә ағзалары өсөн юбка, кофта, күлдәк тегә, ойоҡбаш, бейәләй бәйләй. Ҡул аҫтындағы ябай ғына нәмәләрҙән ҡойоп ҡуйған ижад өлгөләре тыуҙыра, тип яҙа “Белебеевские вести”. Өйө һәр саҡ әкиәт донъяһы кеүек. Матур итеп биҙәлгән бүлмәләр һәр кемдә һоҡланыу тыуҙыра. Ҡул эшенән башҡа ул ҡыҙы шөғөлләнгән “Шанс” спорт-бал бейеүҙәре коллективы өсөн костюмдар ҙа тегә. Уның бөтә күңелен һалып эшләгән үҙенсәлекле ҡурсаҡтарына йылмаймайынса ҡарау мөмкин түгел. Ҡәнәғәтлек тойғоһо Татьянаға яңынан-яңы ижад өлгөләренә тотонорға ҡанат ҡуя. – Иң мөһиме, ижад итеү өсөн ҙур теләк булыуы, ә ҡалғаны тәжрибә менән килә ул, – ти Татьяна Ястребова. Фото: https://belizvest.ru/news/novosti/2024-01-29/rukodelnitsa-tatyana-3620720