5 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2023 йылда республика сәнәғәтен үҫтереүгә йомғаҡ яһалды. Республика етәксеһе хәбәр итеүенсә, тармаҡ эшмәкәрлегенең дөйөм күрһәткесе – сәнәғәт производствоһы индексы – былтыр 106,5 процентҡа еткән. – Был – иҡтисадыбыҙҙың тотороҡлолоғо һәм мобиллегенең мөһим күрһәткесе, предприятиеларыбыҙҙың яҡшы эшләү һөҙөмтәһе. Ул уртаса Рәсәй кимәленән юғарыраҡ – 103,5 процент, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фондын индустриаль секторҙы үҫтереүҙең һөҙөмтәле ҡоралдарының береһе тип атаны. Ойошма предприятиеларға льготалы займдар бирә һәм төбәк иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ итә. Фондтың генераль директоры Әнүәр Кәримов хәбәр итеүенсә, проекттарға ярҙам күләме йылына 1-5 процент ставка менән 1-200 миллион һум тәшкил итә. – Фондтың ғәмәлдәге программалары эшкәртеү сәнәғәтенең 20-нән ашыу тармағында финанслау алырға мөмкинлек бирә, – тине Әнүәр Кәримов. – 2023 йылда 47 индустриаль проектҡа ярҙам иттек. Улар буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме 7,5 миллиард һумдан ашҡан. Алты йыл эшләү дәүерендә Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды 162 проектты финанслаған, был республика иҡтисадына 53,2 миллиард һум йәлеп итергә һәм 3 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек биргән. Фондтың льготалы программаларына ихтыяж ҙур булыу сәбәпле, Әнүәр Кәримов уны капиталлаштырыу мәсьәләһен күтәрҙе. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров фондҡа һөҙөмтәле эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе. – Шуныһы ҡыуаныслы: Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондында эшлекле команда эшләй. Предприятиелар һеҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә һәм ысынлап та һөҙөмтәле ярҙам ала, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – 2024 йылдың икенсе ярты йыллығында фондты капиталлаштырыу мөмкинлеген ҡарайбыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.