Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында Стәрлетамаҡ районында “Ҡарағайҙар” яңы туристик ял базаһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Башҡортостан модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын – ҡунаҡханалар, глэмпингтар, шулай уҡ башҡа тиҙ күтәрелеүсе конструкциялар булдырыу буйынса туристик инвестиция проекттарын субсидиялауға һайлап алыу еңеүселәре иҫәбенә инде. Республика 25 муниципалитетта 58 проектты бойомға ашырыу өсөн федераль бюджеттан 930,6 миллион һум алды. Проекттарҙың береһе – Стәрлетамаҡ районында Ольховка йылғаһы буйында “Ҡарағайҙар” ял базаһын төҙөү. Төркиәнән шәхси эшҡыуар Алтын Балы 7 миллион һум күләмендә федераль грант отҡан, ошондай уҡ күләмдә үҙенең аҡсаһын һалған һәм ете модулле йорттан глэмпинг төҙөгән. Турбаза етәксеһе Алтын Балы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Стәрлетамаҡ районы хакимиәте