Федоровка районының Үрге Яуыш ауылында тыуып үҫкән батыр егеттәрҙең береһе, “Кувалда” позывнойлы яугир махсус хәрби операция зонаһында 2023 йылдың алтынсы июленән алып хеҙмәт итә. Ябай булмаған был аҙымға уны илһөйәрлек тойғолары этәргән. “Тыуған ил яҡлауға мохтажлыҡ кисергәндә, нисек ситтә ҡалмаҡ кәрәк? Армиябыҙҙың тупланғанлығы, берҙәмлеге менән генә үҙ мәнфәғәттәребеҙҙе яҡлай аласаҡбыҙ. Беҙ булмаһаҡ, тағы кем ошо бурысты өҫтөнә алыр?” – ти яҡташыбыҙ, Башҡортостандың Ғәзи Заһитов исемендәге штурм отрядының миномет расчеты бүлексәһе командиры. Егеттең Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөүен белеп, туғандары һәм таныштары аптырап ҡала. Тәүҙәрәк уны китмәҫкә өгөтләп ҡарайҙар, әммә ирҙең ҡәтғилеге, ышаныслы ҡарары уның позицияһын ҡабул итергә мәжбүр итә. Әле ул яраланғандан һуң госпиталдә дауаланып, алғы һыҙыҡҡа, иптәштәре янына барырға йыйына. Федоровка районы үҙенең ҡыйыу улдары менән ғорурлана һәм һәр береһенең имен-аман әйләнеп ҡайтыуын көтә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: яугирҙең ғаилә архивынан. https://ashzori.ru/news/obshchestvo/2024-02-03/smelyy-postupok-na-blago-otechestva-3628941