Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә аҙна һайын үткәрелгән кәңәшмәләрҙә матур йола барлыҡҡа килде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙәрен генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләй. Был аҙнала ла йолаға тоғро ҡалып, Радий Хәбиров ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәрен бүләкләне. “Башҡортостан” полкы – беҙҙең ғәскәрҙәр составындағы иң һуғышҡа һәләтле хәрби берәмектәрҙең береһе. Егеттәрҙең күптәре дәүләт наградаларына лайыҡ. Командование яғынан һәм башҡа подразделениеларҙан уларға ҡарата һәр ваҡыт яҡшы мөнәсәбәтте күрәм. Хәрби бурысығыҙҙы намыҫ менән башҡарығыҙ. Бөтә республика исеменән һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ. Өйөгөҙгә иҫән-һау килеш ҡайтығыҙ”, – тине етәксе. Был юлы туғыҙ хәрби бүләкләнде. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары Яков Кугубаев һәм Алексей Локотченконың махсус хәрби операцияла ҡатнаш