Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Туристар Башҡортостанды һайлай

5 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2023 йылда төбәктә туризм өлкәһен үҫтереү йомғаҡтары тикшерелде. Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов 3 февралдә Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко етәкселегендәге Хөкүмәт комиссияһы ултырышында “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектын үтәү буйынса интеграль рейтинг һөҙөмтәләрен иғлан итеүҙәрен хәбәр итте. Башҡортостан рейтингта икенсе урын яуланы. 2023 йылдың 11 айында Башҡортостанға туристар ағымы 2 миллион сәфәрҙән артҡан. Был - Волга буйы федераль округында күләм буйынса өсөнсө күрһәткес. Шул уҡ ваҡытта тармаҡта түләүле хеҙмәттәр күләме 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 20,8 процентҡа артҡан һәм 14,5 миллиард һум тәшкил иткән. – 2023 йылда туристик инфраструктураны үҫтереүгә 1,5 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы йәлеп ителде, – тине Рөстәм Афзалов. – Ә тармаҡ проекттарына инвестицияларҙың дөйөм күләме 3,6 миллиард һум. “Туризм һәм ҡунаҡсыллы

5 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2023 йылда төбәктә туризм өлкәһен үҫтереү йомғаҡтары тикшерелде. Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов 3 февралдә Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко етәкселегендәге Хөкүмәт комиссияһы ултырышында “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектын үтәү буйынса интеграль рейтинг һөҙөмтәләрен иғлан итеүҙәрен хәбәр итте. Башҡортостан рейтингта икенсе урын яуланы. 2023 йылдың 11 айында Башҡортостанға туристар ағымы 2 миллион сәфәрҙән артҡан. Был - Волга буйы федераль округында күләм буйынса өсөнсө күрһәткес. Шул уҡ ваҡытта тармаҡта түләүле хеҙмәттәр күләме 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 20,8 процентҡа артҡан һәм 14,5 миллиард һум тәшкил иткән. – 2023 йылда туристик инфраструктураны үҫтереүгә 1,5 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы йәлеп ителде, – тине Рөстәм Афзалов. – Ә тармаҡ проекттарына инвестицияларҙың дөйөм күләме 3,6 миллиард һум. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты ярҙамында Өфө үҙәгенең туристик коды булдырылды. Концепцияға ярашлы, баш ҡала урамдарында туристик навигация билдәләре, яңы арт-объекттар ҡуйылды, йәрминкә һәм ваҡиға зоналары, туристик-мәғлүмәт үҙәктәре йыһазландырылды, яҡтылыҡ биҙәлеше башҡарылды. Ошо маҡсатҡа 700 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты өлкән йәштәге кешеләр араһында бик популяр. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса унда 20 мең кеше ҡатнашҡан – 2022 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. – 2023 йылда проект үҙенең географияһын киңәйтте – Белоруссияға һәм Абхазияға сәфәрҙәр башланды. Беларусь Республикаһына турҙарҙы 1 500 кеше өсөн ойошторорға планлаштырабыҙ, улар 6 февралдә башлана, – тип аңлатты Рөстәм Афзалов. – Быйыл 20 мең пенсионер Башҡортостан буйлап сәфәргә сығасаҡ. Перспективалы йүнәлештәр булып шулай уҡ Ҡаҙағстан, Мәскәү һәм Санкт-Петербург тора. 2023 йылда мәктәп туризмы программаһын финанслау ярайһы уҡ артты. Был йүнәлешкә федераль бюджеттан 196,2 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был - Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе күрһәткес. – Мәктәп туризмы проекты уңышлы тамамланды, унда 39,2 мең уҡыусы ҡатнашты, – тине Рөстәм Афзалов. – Социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа тупланған тәжрибәгә таянып, хәҙер студенттар һәм арзан туризм өлкәһендә проекттар әҙерләйбеҙ. 2024 йылдан туризм өлкәһенә федераль ярҙам берҙәм субсидия формаһында күрһәтелә. Конкурс һайлап алыуы йомғаҡтары буйынса Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы федераль аҡса бүлеү йәһәтенән ил төбәктәре араһында Башҡортостан етенсе урынды биләй. Быйыл финанслау күләме – 165 миллион һумдан ашыу. – Хәҙер беҙ финанслауҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен үҙаллы билдәләйбеҙ, – тине Рөстәм Афзалов. – Инфраструктура проекттарына, ваҡиғалар туризмын үҫтереүгә һәм ҡаланың туристик кодын булдырыуға федераль субсидия йүнәлтергә уйлайбыҙ. Бынан тыш, Башҡортостанда туристик тармаҡта инвестицион әүҙемлектең артыуы күҙәтелә. Инвестиция портфеленә 43 миллиард һумдан ашыу суммаға 400 проект инә. Планлаштырылған иң эре проекттар иҫәбендә – Башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәге, Шишмә районында буласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейы биләмәһендә “Күсмә халыҡ” СПА-шифаханаһы, “Яҡут тоҙло сығанағы” шифаханаһы һәм Бөрйән районында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей үҙәге янында ҡунаҡхана комплексын төҙөү. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә туризмды үҫтереү күрһәткестәренең ыңғай динамикаһын билдәләне. – Үҫеш бар, әлбиттә. Ләкин ҡеүәт тағы ла күберәк тип уйлайым. Шуға күрә артабан да шөғөлләнегеҙ, – тине Радий Хәбиров. Ул республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктарын үҫтереү мәсьәләләрен контролдә тоторға ҡушты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.