Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөтә финалсылар ҙа аҡса аласаҡ

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова “Айыҡ ауыл” республика конкурсы барышы тураһында һөйләне. – Республика ауылдары араһында үткәрелгән “Айыҡ ауыл” конкурсы быйыл бишенсе тапҡыр ойошторола. Бәйгенең бурыстары үҙгәрешһеҙ: халыҡ араһында айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡты йәмәғәт эшендә ҡатнашыуға йәлеп итеү, файҙалы һәм изге эштәргә йүнәлтеү һәм башҡалар, – тине ул. – Биш йыл эсендә бәйгелә өс меңдән ашыу ауыл, 30 меңдән ашыу әүҙемсе, бер меңдән ашыу ирекмән ҡатнашты. Бөгөн иһә республика буйынса еңеүсе булған 39 ауыл лайыҡлы рәүештә “Айыҡ ауыл” исемен йөрөтә. Быйылғы конкурсҡа килгәндә уның муниципаль этабы 2023 йылдың 1 сентябренән 30 ноябргә тиклем барҙы, унда 52 муниципаль берәмектән 1070 ауыл ҡатнашҡан. Республика этабына 52 ауыл үткән. Конкурсант ауылдар дүрт номинация буйынса эре, ҙур, уртаса, бәләкәй ауылдарға бүленгән. Әлеге ваҡытта улар кемуҙарҙан саралар ойоштора, төрлө проекттарын тормошҡа ашыра. – Шатлыҡлы яңылыҡ та бар: үткән йылдың һуңғы көндәрендә, Радий Фәрит улы хуплауы нигеҙендә, быйылдан башлап еңеүселәргә генә түгел, ә бөтә финалға сығыусыларға ла финанс ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе хәл ителде. Конкурстың республика этабында ҡатнашыусыларға ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә 200 мең һум күләмендә премия тапшырыласаҡ. Шулай итеп, конкурстың бүләк фонды 2024 йылдан 8 миллион 400 мең һумға арта һәм 50 миллион һумға яҡын тәшкил итә, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы Бәйгегә йомғаҡ “Торатау” Конгресс-холында 25 апрелдә яһала.