Баймаҡ районының Темәс ауылы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ремонт һәм реэкспозиция эштәре дауам итә. Уны 2024 йылдың йәйендә тамамларға йыйыналар. Яңыртыу музейҙа уңайлы шарттар булдырыу, яңы художество ҡарарҙары һәм мультимедия технологияларын файҙаланып экспозиция киңлеген яңыртыуға йүнәлтелгән. Музейҙың экспозиция майҙаны – 265 квадрат метр. Бында райондың һәм республиканың тарихын сағылдырыусы дүрт тематик зал бар. Беренсе залдың темаһы – “1917 йыл: революция өйөрмәһендә” килеүселәргә шул осор тарихын һөйләйәсәк. “Граждандар һуғышы осронда Башҡорт республикаһы” тип аталған икенсе залдың тематикаһы 1918 йылғы ваҡиғаларға бәйле. Өсөнсө зал “Темәс. Ҙур юлдың башы” тип атала, бында Башҡорт Хөкүмәтенең Темәс ауылындағы эшмәкәрлеге күрһәтелә. “Беҙҙең Башҡортостан” тип аталған дүртенсе залда республиканың артабанғы яҙмышы сағылдырыла. Әлеге ваҡытта белгестәр бинаның тышын реставрациялаған. Улар тарихи фотоларға нигеҙләнеп, бинаның элекке йөҙөн һа