Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Белорет районының Железнодорожный ауылында яңы модулле табиплыҡ амбулаторияһы асылды. Тантана көнөндә ауыл халҡын ҡотларға Белорет үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов, район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта килде. Амбулаторияла терапия һәм педиатрия участкалары бар. Бина заманса медицина ҡорамалдары һәм йыһаздар, инвалидтар өсөн пандустар менән тәьмин ителгән. Тәүге медицина ярҙамын заманса бинала Железнодорожный һәм Боғанаҡ ауылдарының өс меңдән ашыу халҡы аласаҡ. Акушер Регина Аҫылбаева һәм фельдшер Анастасия Деревякина яҡташтарын хеҙмәтләндерәсәк. – Бүлмәләр яҡты һәм иркен, тейешле бөтә ҡорамалдар бар. Ауылда шундай заманса медицина бинаһы ҡалҡып сығыуына бик шатбыҙ, – ти Регина Аҫылбаева. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.