Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сираттағы “Минең бизнес” үҙәге асылды

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында яңы “Минең бизнес” үҙәге офисы асылды. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу арҡаһында үҙәктең бүлексәләре республиканың 13 муниципалитетында эшләй. Үҙәк офистары селтәрен киңәйтеү – эшҡыуарҙарҙы дәүләт ярҙамына яҡыныраҡ итеү. Яңы киңлек республиканың көньяҡ өлөшөндә йәшәгән эшҡыуарҙар өсөн йәлеп итеү нөктәһенә әйләнәсәк. Үҙәккә ғәмәлдәге эшҡыуарҙар ҙа, яңы эш башлап торғандар, үҙмәшғүлдәр, экспортерҙар, инвесторҙар ҙа мөрәжәғәт итә ала. Бүлексәләр “бер тәҙрә” принцибы буйынса эшләй һәм бөтә ил буйынса эшҡыуарҙарға кәрәкле дәүләт ярҙамы бирә. – Бөгөн республикалла 136 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары теркәлгән. Ейәнсура районында уларҙың һаны 500 һәм 1365 үҙмәшғүл граждан бар. Иҫәнғол ауылында асылған яңы офиста яҡын тирәләге райондарҙан эшҡыуарҙарға үҙәктең барлыҡ хеҙмәттәре тулыһынса биреләсәк, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Сара сиктәрендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды, унда онлайн-форматта республикала ғәмәлдә булған ярҙам төрҙәре тураһында һөйләнеләр. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.