Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы Собханғолдар сәләмәт тормош яҡлы

Бөрйән районының Яңы Собханғол төп дөйөм белем биреү мәктәбендә инициативалы бюджет проекты буйынса сара үтте. Уҡыусылар биш командаға бүленеп төрлө йүнәлештәге бик шәп проекттар әҙерләне, мәҫәлән: медиаүҙәк, ял зонаһы, туризм, хореографик студия, воркаут, йәғни урам спорт комплексы. Был мәктәп эсендәге мөхитте яҡшыртыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы һәр команда бик уңышлы яҡланы. Сара аҙағында 5-тән алып 9-ға тиклемге кластарҙың һәр уҡыусыһы үҙенә оҡшаған проектҡа тауыш биреү мөмкинлегенә эйә булды. Шулай итеп, тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, Рәмис Салауат улы Баймырҙин һәм Лилиә Мәүлит ҡыҙы Зәйнетдинова етәкселегендәге 8-се синыф командаһының “Воркаут” проекты еңеп сыҡты. Еңеүсе команданы ихлас ҡотлайбыҙ һәм мәктәбебеҙҙең мәнфәғәтенә йүнәлтелгән проекттарының тиҙерәк тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Рәмзиә Мырҙабаева. Автор фотоһы.