15 февралдә “Газпромтрансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә “2024 - 2030 йылдарға Башҡортостанда мотор яғыулығы сифатында тәбиғи газды файҙаланыуҙы киңәйтеү” дәүләт программаһын әҙерләү буйынса эшсе төркөмөнөң кәңәшмәһе булып үтте. Унда Башортостан Хөкүмәтенең профилле министрлыҡтарының етәкселеге, “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов, “Газпром газ-мотор яғыулығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Сергей Комиссаров һәм башҡа вәкилдәр булды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар газ-мотор яғыулығы баҙары үҫеше кимәле буйынса республикабыҙҙың башҡа төбәктәр араһында алдынғы позицияһын билдәләне, артабанғы үҫеш өсөн дәүләт тарафынан бирелгән ярҙам сараларын һөҙөмтәле ҡулланыу кәрәклеге әйтелде. - Өлгәшелгән ҡаҙаныштарҙа беҙ туҡталып ҡалырға уйламайбыҙ һәм алға тағы ла ҙурыраҡ бурыстар ҡуябыҙ, – тине “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов. Кәңәшмә барышында газ-мотор транспорты һанын арттырыу буйынса тәҡдимдәр ҡаралды. -Беҙҙең компания белгестәре иҫәпләүенсә, әгәр төбәктең дәүләт предприятиелары автопаркынан алты меңдән ашыу машинаны метанға күсерһәк, яғыулыҡҡа сығым кәмеү иҫәбенә республика бюджеты өсөн отош 1,7 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был аҡсаға мәктәп йәки һауыҡтырыу комплексы төҙөргә мөмкин. Беҙҙең компания төбәк менән оҙайлы ваҡытҡа хеҙмәттәшлекте дауам итергә әҙер, - тине “Газпром газ-мотор яғыулығы“ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Сергей Комиссаров. фото: “Башинформ”.