16 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй Почтаһы” акционерҙар йәмғиәте идаралығының рәйесе Михаил Волков менән осрашты. Унда республикала почта бәйләнеше үҫеше, төбәктә “Рәсәй почтаһы” бүлексәләрен модернизациялау һорауҙары ҡаралды. - Бөгөн беҙҙә ҡыуаныслы ваҡиға. Ремонттан һуң 35 почта бүлексәһен асабыҙ. Был - ҡыҙыҡлы проект. Ул Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Беҙҙең өсөн ул бик мөһим. Башҡортостан буйынса 1280 бүлексәнең 1070-е ауыл ерҙәрендә урынлашҡан. Уларҙың күпселеге модернизациялауға мохтаж. Үткән ике йыл эсендә беҙ 55 бүлексәне ремонтланыҡ, - тине Радий Хәбиров. - Республикабыҙ ауылдарында 1,5 миллион кеше йәшәй. Был иһә Рәсәй төбәктәре араһында иң күп ауыл кешеләре беҙҙә булыуын күрһәтә. Был ҙур яуаплылыҡ һала һәм ҙур бурыстар ҙа ҡуя, шул иҫәптән почта бүлексәләрен ремонтлау буйынса ла. Михаил Волков Башҡортостандың етәкселек командаһына почта бүлексәләрен модернизацияау программаһын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән өсөн рәхмәте