Төбәктең барлыҡ мәшғүллек хеҙмәттәре селтәрен комплекслы модернизациялау сиктәрендә, Башҡортостанда модулле кадр үҙәктәре төҙөләсәк. Был программа буйынса 2024 йылда республика федераль ҡаҙнанан 32 миллион һум аҡса аласаҡ. Модуль конструкцияларын күтәреү буйынса пилот проекты өсөн Дыуан районы һәм Сибай ҡалаһы буйынса мәшғүллек үҙәктәре һайлап алынған. - Үткән йылда республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығына модулле мәшғүллек үҙәктәре булдырыу тураһында тәҡдимен индерҙе. Сөнки модулле кадр үҙәктәре төҙөүгә ҡарағанда, ҡайһы бер биналарға ремонт ҡиммәтерәккә төшә. Беҙҙең тәҡдим хуплау тапты, - тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Ленара Иванова әйтеүенсә, был йүнәлештә муниципаль район хакимиәттәре – проектта ҡатнашыусылар менән ҙур эш башҡарылған. Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.