Рәсәй һәм Белоруссияның оҙайлы бәйләнеше программаһы сиктәрендә, Өфөнөң Урман-техник техникумы етәкселәре һәм белгестәре Беларусь Республикаһының урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре квалификацияһын күтәреү үҙәгендә уҡыу үтте. Өс көнлөк программа белем биреүҙе генә түгел, мәҙәни-ағартыу сараларын да үҙ эсенә алды. Республиканың баш ҡалаһы Минскиҙа булған ваҡытта Башҡортостандың урман тармағы вәкилдәре Үҙәктең эшмәкәрлеге менән генә танышып ҡалманы, урман хужалығы өсөн белгестәр әҙерләгән урта махсус һәм юғары белем биреү учреждениеларында ла булды. - Белоруссияға барыу бик файҙалы, ҡыҙыҡлы булды. Беҙгә урман тармағында ҡулланылған инновация технологияларын күрһәттеләр. Минең фекеремсә, бындай курстар тыңлаусылар өсөн бик кәрәк. Беларусь Республикаһында уҡыу, был илдең мәҙәниәте, тарихы менән танышыу мөмкинлеге булдырған өсөн республикабыҙҙың Урман хужалығы министрлығына рәхмәтлебеҙ, – тине директорҙың уҡыу буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова. -Беларусь Республикаһы – күп эшмәкәрлек өлкәләрендә республикабыҙҙың мөһим партнеры. Шулай уҡ ул донъя аренаһында партнер ғына түгел, ә тәжрибә менән уртаҡлашырлыҡ, ҡыйыу проекттарҙы тормошҡа ашырырлыҡ ышаныслы дуҫ та, – тине төбәктең урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.