“Башҡортостан художество промыслаһы “Ағиҙел” дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Гүзәл Кәримова Бөтә донъя AISBL һөнәрҙәр советына ағза итеп ҡабул ителгән. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Был ойошманың эшмәкәрлеге мәҙәни һәм иҡтисади тормошта һөнәрҙәр статусын нығытыуға йүнәлтелгән. Бөгөн Башҡортостан 100-ҙән ашыу ил менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтерә. Былтырғы һөҙөмтәләргә ҡарағанда, Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан, Беларусь. Үзбәкстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Латвия, Ҡырғыҙстан, Германия һәм Голландия кеүек илдәр төп партнерҙарыбыҙ булған. - Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек иҡтисад менән генә тамамланмай. Үҙ-ара эшмәкәрлектең төрлө яҡлап, шул иҫәптән мәҙәниәт һәм һөнәр өлкәһендә лә булыуын теләйбеҙ. Бөтә донъя советына һайланыуы сәбәпле, Гүзәл Кәримова башҡорт халыҡ ижадын һәм һөнәрселекте донъя кимәленә сығарасаҡ. Был туристарҙың артыуын килтереүе мөмкин, сөнки башҡорт халҡының мәҙәниәте бик үҙенсәлекле. Күптәрҙең һөнәрҙәребеҙ менән тан