18. Кем ул Ҡөрьәндә әйтелгән Китап әһелдәре (ӘһлүлКитаб)?
Яуап: Улар йәһүдтәр һәм насраниҙар.
Быға дәлил Аллаһ(ﷻ) әйтә: وَقَالَتِ الْيَهُودُ لَيْسَتِ النَّصَارَى عَلَى شَيْءٍ وَقَالَتِ النَّصَارَى لَيْسَتِ الْيَهُودُ عَلَى شَيْءٍ وَهُمْ يَتْلُونَ الْكِتَابَ "Йәһүдтәр әйттеләр: "Насраниҙар хаҡ диндә түгел",тип. Һәм насраниҙар әйттеләр: "Йәһүдтәр хаҡ диндә түгел", тип. Үҙҙәре Китап уҡыйҙар". (Әл-Бәҡара сүрәһе, 113-се аят).
Аллаһ(ﷻ) әйтә: قُلْ يَا أَهْلَ الْكِتَابِ لَسْتُمْ عَلَى شَيْءٍ حَتَّى تُقِيمُوا التَّوْرَاةَ وَالْإِنجِيلَ وَمَا أُنزِلَ إِلَيْكُم مِّن رَّبِّكُمْ وَلَيَزِيدَنَّ كَثِيرًا مِّنْهُم مَّا أُنزِلَ إِلَيْكَ مِن رَّبِّكَ طُغْيَانًا وَكُفْرًا فَلَا تَأْسَ عَلَى الْقَوْمِ الْكَافِرِينَ "Әйт: Эй, Китап әһелдәре! Һеҙ Тәүрат, Инджил һәм Раббығыҙҙан төшкән Ҡөрьән буйынса ғәмәл ҡылмайынса хаҡ диндә түгелһегеҙ! Раббыңдан төшкән һиңә Ҡөрьән уларҙың күбеһенең кәферлеген, аҙғынлығын арттырыр. Кәферҙәрҙең хаҡты инҡар итеүҙәре өсөн ҡайғырма". (Әл-Мәидә сүрәһе, 68-се аяты).
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa